Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һүҙ - "Аждаһа"ларға

2024 йыл – Аждаһа йылы. Уны иҫкә төшөргәс тә беҙгә бәләкәй саҡта өләсәйҙәрҙең һөйләгәнен ишетеп үҫкән, тылсымлы китаптарҙан таныш булған тирә-яғына утлы ялҡын сәскән өс башлы аждаһа күҙ алдына килеп баҫа. Киләһе йыл беҙҙе ниндәй Аждаһа көтә? Башҡа йыл хужаларынан нимәһе менән айырыла? Ҡыш бабайҙың мөғжизәһенә ышанаһығыҙмы? Яңы йылды ниндәй традициялар менән ҡаршы алаһығыҙ? Ошо һорауҙар менән беҙ “аждаһалар”ға мөрәжәғәт иттек. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:  Сөйөмбикә Нурғәлина, Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылы, 1928 йылда тыуған. Сөйөмбикә инәй – Герой-Әсә. 12 балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икәүһе вафат булған. Бөгөн инәйҙең ун балаһы, 9 ейәне, 5 ейәнсәре, 8 бүләһе, 5 бүләсәре бар. Сөйөмбикә инәй һигеҙенсе тапҡыр үҙ йылын ҡаршылай:

Сөйөмбикә Нурғәлина, Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылы, 1928 йылда тыуған. Сөйөмбикә инәй – Герой-Әсә. 12 балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың икәүһе вафат булған. Бөгөн инәйҙең ун балаһы, 9 ейәне, 5 ейәнсәре, 8 бүләһе, 5 бүләсәре бар. Сөйөмбикә инәй һигеҙенсе тапҡыр үҙ йылын ҡаршылай:

- Һәр йылды кеше ҙур өмөттәр менән көтөп ала. Аждаһа халыҡ тарафынан уйлап сығарылған ҡеүәтле зат. Илебеҙ тағы ла ҡеүәтлерәк булып, ерҙә тыныслыҡ урынлаштырһын ине. Махсус хәрби операциянан балаларыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, әсәләрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен. Халыҡ әкиәттәре беҙгә Аждаһаны ҡурҡыныс, кире образ итеп тыуҙырһа ла уны изге күңелле тип күҙ алдына баҫтырам. Киләһе йыл беҙгә тыныслыҡ, һиллек килтерер, тип ышанам. Көслө, ғәйрәтле инде ул “Аждаһа”. Ә шулай ҙа ул киң күңелле. 90 йәшемдә лә икмәк бешерҙем, һыйыр һауҙым. Үҙем дә хеҙмәтте яраттым, балаларымды ла эшкә өйрәттем. Бөгөн дә өҫтәлемдә самауырым ҡайнап ултыра. Ингән һәр кешегә ишегем асыҡ.

- Һәр йыл үҙенсәлекле инде. Донъяның аҡ һәм ҡара һыҙаттары булған кеүек тормош та алмашлап килә. Изгелек һәм насарлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, матурлыҡ һәм яманлыҡ ғүмер буйы бер-береһе менән көрәшә.

- Ҡыш бабайҙың мөғжизәһенә һәр кем ышанырға теләй. Уның күстәнәс-бүләктәрен көтә. Аҡ бабайҙан бары тик изгелек көтәбеҙ.

- Яңы йылды ғаиләм, яҡындарым менән ҡаршы алабыҙ. Ун баламдың төрлөһө төрлө яҡта. Шуға һәр ваҡыт бергә генә йыйылып та булмай. Уларға Яңы йылды мотлаҡ эргәмдә ҡаршы алырға, тигән талап та ҡуймайым. Һәр береһенең үҙ ғаиләһе, үҙ мөхите. Ләкин 1 ғинуар көнө улар минең эргәмә йыйыла.

Һүҙ - "Аждаһа"ларға
Һүҙ - "Аждаһа"ларға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: