Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
18 Декабрь 2023, 12:00

Билмәнгә тигән ҡамырҙы һәм эслекте ниек әҙерләргә?

илмән өсөн малдың муйын ите йомшағыраҡ, тәмлерәк.Билмән ҡамырына бер аш ҡалағы шыйыҡ май һалһаң да һәйбәт.Билмән ҡамырына әҙ генә тоҙ ҙа ҡушырға кәрәк.Билмән ҡамырына ҡайнар һыу ҡушһаң һәйбәтерәк.Билмән ҡамырына бер ҡалаҡ ҡына уксус ҡушһаң, ҡамыр кипмәй, йомшаҡ була...Тулыраҡ беҙҙең сайттаҡ

Бәлки, үҙегеҙҙең ябай һәм тәмле рецептарығыҙ барҙыр, беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ, кәңәштәрегеҙҙе лә хуплайбыҙ

Билмән тигән фаршҡа әҙ генә һөт ҡушып ебәрһәң, ул йомшаҡ була.
Билмән өсөн фаршҡа һыйыр ите үҙе генә ҡатыраҡ тип уйлаһағыҙ, ваҡ ҡына турап, ҡаҙҙың йәки өйрәктең иретелгән эс майын ҡушырға мөмкин.
Иттартҡыстан сығарғанда уҡ һыйыр итенә әҙ генә ҡаҙ ите ҡушып ебәрергә лә була, былай эшләгәндә фарш йомшаҡ һәм тәмле килеп сыға.
Фаршҡа әҙ генә ҡайнаған һыу ҡушыу ҙа уны йомшаҡ итә (1 килограмм фаршҡа - 80 грамм һыу).
Ҡайнаған һыу урынына һыуытылған ит һурпаһы ҡушһаң, фарш тағы ла тәмлерәк була.
Фарш йомшағыраҡ булһын тиһәгеҙ, тоҙон, боросон ҡушҡас, уны бик оҙаҡ туҡмас таяҡ менән төйөргә кәрәк.
Билмәнгә тигән фаршты иттартҡыс аша ике тапҡыр сығарһаң да ул йомшағыраҡ була.
Фарш йомшағыраҡ булһын өсөн, бер генә бәрәңге ҡушып ебәрергә мөмкин.
Һуғанды күберәк ҡушһаң, фарш тәмле була.
Билмән өсөн малдың муйын ите йомшағыраҡ, тәмлерәк.
Билмән ҡамырына бер аш ҡалағы шыйыҡ май һалһаң да һәйбәт.
Билмән ҡамырына әҙ генә тоҙ ҙа ҡушырға кәрәк.
Билмән ҡамырына ҡайнар һыу ҡушһаң һәйбәтерәк.
Билмән ҡамырына бер ҡалаҡ ҡына уксус ҡушһаң, ҡамыр кипмәй, йомшаҡ була.

Билмәнгә, ашҡа тигән ҡамырға тоҙ, йомортҡа һәм һурпаға ла баҫырға мөмкин. Иҫ киткес тәмле килеп сыға.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: