Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
15 Декабрь 2023, 09:02

Башҡорт теле көнөнә арналды

Әбделкәрим ауыл клубында командалар араһында Башҡорт теле көнөнә арналған квест уйын үткәрелде... Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

14 декабрь Әбделкәрим ауыл клубында командалар араһында Башҡорт теле көнөнә арналған квест уйын үткәрелде. Был уйында 4 команда: Ҡыуат ауылы ир-егеттәре, мәктәп, "Түңгәүер" фольклор коллективы һәм ауыл хәкимиәте эшселәре көс һынашты. Проекторҙа Башҡортостан тарихы һәм уның мәҙәниәте темаһына 4 этапта бик фәһемле лә ҡыҙыҡлы ла һорауҙар күрһәтелде.Уйын барышында музыкаль паузалар менән командаларҙы дәртләндереп тә ебәрҙек. Һөҙөмтәлә Ҡыуат ауылы ир-егеттәре еңеү яуланы. Афариндар! Сара бик күңелле үтте. Ошо күңелле сара-квест уйынында ҡатнашҡан барлыҡ командаларға үҙемдең исемдән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер, йорт-илдәр тыныс тороп гел шулай әүҙем булыуҙарын теләйем!

Зифина Шәйдуллина,

Әбделкәрим ауылы мәҙәни саралар ойоштороусы.

Башҡорт теле көнөнә арналды
Башҡорт теле көнөнә арналды
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: