Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
14 Декабрь 2023, 21:00

Байрам өҫтәленә нимәләр әҙерләргә?

Ит. Һыйыр, һарыҡ, өйрәк йәки күркә ите бешерергә мөмкин. Иң мөһиме уларҙың сифаты яҡшы булыуы мөһим. Йәғни өҫтәлдә мотлаҡ аш булырға тейеш. Ләкин тауыҡ итенән баш тартығыҙ? Ни өсөн? Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Өҫтәл – байрамдың төп урыны. Аҡ йәки ҡыҙыл төҫтәге скатерть һайлағыҙ. Ул байрам кәйефе бирәсәк. Матур салфеткалар ҡуйырға онотмағыҙ.

Байрам табыны быйыл айырыуса һығылып торорға тейеш. Ун икенән дә кәм булмаған төрлө тәмле һәм мул аш-һыу әҙерләгеҙ.

Ит. Һыйыр, һарыҡ, өйрәк йәки күркә ите бешерергә мөмкин. Иң мөһиме уларҙың сифаты яҡшы булыуы мөһим. Йәғни өҫтәлдә мотлаҡ аш булырға тейеш.

Сәтләүектәр – ныҡлы сәләмәтлекте, муллыҡты һәм оҙайлы ғүмерҙе символлаштыра. Өҫтәлгә миндаль, кедр, грек һәм башҡа төр сәтләүектәр ултыртырға мөмкин.

Емештәрҙән анар (гранат), алма, ҡыҙыл мандарин, шулай уҡ туңдырылған сейә, еләктәрҙе лә өҫтәргә була. Улар муллыҡ һәм уңыш билдәһе. Йәшелсә-емештәрҙең алтын төҫтәгеләрен дә һайлағыҙ. Мәҫәлән, әфлисун, мандарин, хөрмә, банан.

Балыҡ – байлыҡ һәм ҡөҙрәтлек билдәһе. Яңы йыл аҡса, килем килтерһен өсөн табында мотлаҡ балыҡтан әҙерләнгән аш-һыу булырға тейеш. Иң уңайлыһы – ҡыҙыл балыҡ йәки һаҙан (карптан) бешереү. Шулай уҡ Аждаһаның күңеленә ҡыҙыл ыуылдырыҡтан яһалған бутербродтар ҙа хуш киләсәк.

Дөгө ярмаһы ла байлыҡ һәм ҡөҙрәтлек билдәһе булып һанала. Килемде арттырыу өсөн өҫтәлдә дөгөнән әҙерләнгән аш-һыу булырға тейеш. Был осраҡта составында дөгө булған турамалар әҙерләргә мөмкин. Мәҫәлән, краб таяҡсылары.

Йәшелсә – үҫеш билдәһе. Һеҙҙең проекттар уңышлы булһын өсөн Аждаһаны йәшел үләндәр менән “һыйлағыҙ”: укроп, петрушка, кинза, шпинат, салат япрағы, ҡабаҡ...

 

Ә нимәнән баш тартырға?

Ҡуян итенән аш-һыу әҙерләүҙән тыйылып тороғоҙ. Сөнки Ҡуян Аждаһаның тап кире һыҙаты. Уға был оҡшамаясаҡ.

Һуған ҡулланыуҙан да тотҡарланып тороғоҙ. Ул мөнәсәбәттәрҙең һыуыныу билдәһе. Шунлыҡтан байрам табыны әҙерләгәндә уны бөтөнләй ҡулланмау хәйерле.

Бәшмәктәр ҙә ярамай. Ул хәстәрлек һәм проблемалар билдәһе. Бик тә кәрәк булһа, турамаға әҙ генә өҫтәп ебәрегеҙ, бәлки, Аждаһа уны күрмәҫ.

Аҡ борос – Аждаһа йылында ул низағ, талашты аңлата. Шуға күрә аш-һыуға уларҙы бөтөнләй ҡулланмау хәйерле.

Тауыҡ – ярлылыҡ билдәһе. Бында артыҡ һүҙ талап ителмәй.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: