Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
14 Декабрь 2023, 20:30

Аждаһаны ҡаршы алырға әҙерләнәйек

2024 йылдың стихияһы – Ағас. Бөтә ғиллә шунда ята ла инде. Был беҙгә ҙур мөмкинлектәр аса. Ағас кеүек һәр кемдең юғары уңыштарға өлгәшеүе ихтимал. Бының өсөн һеҙгә дөрөҫ аҙым яһарға кәрәк. Өйөгөҙҙө ағастан эшләнгән декоратив әйберҙәр менән биҙәгеҙ. Комод өҫтөнә ағастан яһалған фоторамка ултыртығыҙ. Унда ғаиләгеҙҙең фотоһын ҡуйығыҙ. Ағас олоно төшөрөлгән кулон тағырға мөмкин. Сөнки ағас олоно – сәләмәтлек һәм именлек билдәһе. Шулай уҡ Аждаһа һынын да алып ултыртығыҙ. Йомшаҡ уйынсыҡтар кәрәкмәй, ә уның һүрәте төшөрөлгән яҫтыҡ, таҫтамал, бокал, салфеткалар, пледтар алырға мөмкин...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Аждаһаны ҡаршы алырға әҙерләнәйек

Ҡытай астрологияһы буйынса 2024 йыл – Аждаһа йылы. Ябай ғына ла түгел, ә йәшел һәм ағас Аждаһа килә. Ул үҙенең ғәйрәтле, көслө һәм сағыу булыуы менән башҡаларҙан айырылып тора. Аҡыллы мифик көскә эйә, башҡаларға шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк итергә ярата. Ләкин үҙенә тейешле иғтибар булған осраҡта ғына ул изгелеккә изгелек менән менән яуап бирәсәк. Ә һеҙ Яңы йылды ҡайҙа һәм нисек ҡаршы алырға, тип уйлана башланығыҙмы? Байрам өҫтәленә нимә әҙерләргә, тип баш ватаһығыҙмы? Ниндәй күлдәк һайларға, тип магазиндарҙы ҡыҙыра башланығыҙмы? Өйҙө нисек биҙәргә кәрәклеген беләһегеҙме? Бөгөн шуның хаҡта һөйләшәбеҙ һәм һеҙгә үҙ кәңәштәребеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

 

Аждаһанан нимә көтөргә?

Киләһе йыл беҙҙе шатлыҡтары, һөйөнөстәре, уңыштары менән һөйөндөрәсәк. Ул күңелле осрашыуҙар алып киләсәк, күп кенә проблемалар хәл ителәсәк. Эйе, 2024 йыл мотлаҡ шундай буласаҡ! Сөнки беҙгә йәшел символға эйә булған Аждаһа килә. Ул – тыныслыҡ билдәһе, уйлап эш итергә өндәй, үҙең өсөн зыян килтермәй генә башҡаларҙың күрһәтмәһен үтәү мөмкинлеген бирә. Йәғни Аждаһа ябай халыҡҡа мәрхәмәтлек күрһәтеү көсөнә эйә.

 

Өйгә уңышты нисек йәлеп итергә?

2024 йылдың стихияһы – Ағас. Бөтә ғиллә шунда ята ла инде. Был беҙгә ҙур мөмкинлектәр аса. Ағас кеүек һәр кемдең юғары уңыштарға өлгәшеүе ихтимал. Бының өсөн һеҙгә дөрөҫ аҙым яһарға кәрәк. Өйөгөҙҙө ағастан эшләнгән декоратив әйберҙәр менән биҙәгеҙ. Комод өҫтөнә ағастан яһалған фоторамка ултыртығыҙ. Унда ғаиләгеҙҙең фотоһын ҡуйығыҙ. Ағас олоно төшөрөлгән кулон тағырға мөмкин. Сөнки ағас олоно – сәләмәтлек һәм именлек билдәһе. Шулай уҡ Аждаһа һынын да алып ултыртығыҙ. Йомшаҡ уйынсыҡтар кәрәкмәй, ә уның һүрәте төшөрөлгән яҫтыҡ, таҫтамал, бокал, салфеткалар, пледтар алырға мөмкин.

 

Яңы йылды нисек дөрөҫ ҡаршы алырға?

Яңы йылды нисек ҡаршы алаһың – йыл буйы шулай йәшәйһең, тип әйтәләр. Был ысынбарлыҡҡа тура киләме-юҡмы, әйтә алмайбыҙ. Ә шулай ҙа ырымдарға ҡолаҡ һалайыҡ әле.

Аждаһа – күҙгә ташланған, мөһабәт кәүҙәле йәнлек. Ул үҙен халыҡ араһында күрһәтергә ярата, иғтибар талап итә. Шуға күрә лә Яңы йылды ҡаршылау байрамын күңелле итеп ҡаршы алырға кәңәш ителә. Ресторанда, кафела, йәки ҡунаҡта билдәләргә кәрәк. Өйҙә лә ҡаршы алырға мөмкин. Ләкин уның өсөн дөрөҫ әҙерлек кәрәк.

 

Ниндәй күлдәк һайларға?

Күңелһеҙ төҫтәрҙе ҡалған йылдарға ҡалдырып тороғоҙ. Аждаһа сағыу төҫтәр ярата. Алтын һәм ҡыҙыл төҫлө күлдәктәр йәки салбарлы костюм һайларға кәңәш ителә. Улар ни тиклем сағыуыраҡ булһа, шул ҡәҙәр яҡшыраҡ. Материалдар зауыҡлы булырға тейеш: атлас, бәрхәт, ебәк, шифон.

Ир-егеттәрҙең ҡыҙыл төҫтәге костюм-салбар кейеүе икеле, әлбиттә. Шуға күрә лә аждаһа һүрәте төшөрөлгән күлдәк, йәки ҡыҙыл галстук тағырға мөмкин. Һис юғында ҡыҙыл нәски ҙә кейергә мөмкин.

Әгәр ҙә алтын һәм ҡыҙыл төҫтәрҙе яратмай икәнһегеҙ, йәшелгә өҫтөнлөк бирергә була. Шул уҡ ваҡытта аксессуарҙар тураһында ла онотмағыҙ. Ҙур алҡа, заколка, запонки, подвескаларҙың алтын төҫөндә булыуы мотлаҡ.

 

Өйҙө нисек биҙәргә?

2024 йылды ҡаршы алырға әҙерләнгәндә бөтә теләктәрегеҙгә лә ирек бирергә мөмкин. Күптән өйөгөҙҙө тултырып гирлянда менән биҙәргә теләй инегеҙме? Ваҡыты етте! Рәхәтләндереп биҙәгеҙ! Төрлө яҡты уттар һеҙҙең кәйефте генә күтәрәсәк, аждаһыны ла ҡыуандырасаҡ.

Сағыу төҫтәргә өҫтөнлөк бирегеҙ. Өйөгөҙҙө рәхәтләндереп төрләндерегеҙ. Ҡурҡмағыҙ, Яңы йылды ҡаршылағас, уларҙы кире алырға мөмкин. Ҡыҙыл һәм алтын төҫтәге скатерть, покрывал, май шәм, яҫтыҡ, салфеткалар алығыҙ. Ваҡытлыса ғына булһа ла тәҙрәләргә ҡыҙыл ҡорған алып элегеҙ. Әлбиттә, йәшел төҫтәге әйберҙәрҙе лә онотмағыҙ.

 

Ниндәй бүләк әҙерләргә?

Ғәҙәти бүләктәрҙе ситкәрәк алып тороғоҙ. Фантазияғыҙҙы эшкә ҡушығыҙ, улар ғәжәйеп тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ булһын. Интерьер өсөн әйберҙәр, кейем-һалым, биҙәүестәр бүләк итергә мөмкин. Шулай уҡ матурлыҡ, массаж салондарына сертификаттарҙы ҡыуанып ҡабул итәсәктәр. Экстрим яратҡандарҙы һауа шарында гиҙергә, парашюттан һикерергә саҡырырға мөмкин. Балаларға лазертаг, тир, пейнтбол, ат спорт клубына саҡырыуҙы шатланып ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ фитнес залға абонементтар ҙа “ура”ға күмеләсәк.

 

Йәшел ағас Аждаһанан нимә көтөргә?

Уның бик яҡшы шөһрәтнамәһе. Шуның өсөн дә киләһе йыл уңыш, ынтылыш һәм ҡаҙаныштар алып килә. Алдарына аныҡ маҡсаттар ҡуйып, шуларҙы тормошҡа ашырырға теләп йәшәгәндәр мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәк. Әммә был теләгеңә өлгәшеү өсөн кеше башынан “йөрөү” тигәнде аңлатмай. Был осраҡта һеҙ Аждаһаның “утында” янып-кейәсәкһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта икеләнеү, ҡурҡыу кеүек кисерештәрҙән ҡотолорға кәңәш ителә.

Йәшел төҫ бары тик яҡшы ассоциация ғына бирә: тыныслыҡ, яңырыу, үҫеш, күңел тыныслығы... Шуны иҫәпкә алып, Яңы йылда беҙҙе бик күп яҡшы хәл-ваҡиғалар көтә: карьера баҫҡысы буйлап күтәрелеү, балаларҙың тыуыуы, оҙайлы бәхәстән һуң ярашыу, иҡтисади үҫеш һәм башҡалар. Ләкин шуны оноторға ярамай: Аждаһаның да хәүефле булыуы ихтимал. Уны үсектереү, икеле уйындар, афераларға йәлеп итергә маташырға ярамай. Ул быны яратмай.

Ағас Аждаһа – башҡа йыл хужаларына ҡарағанда тыныслыҡ, именлек яратҡан йәнлек. Ул һеҙҙе ысынбарлыҡҡа ҡайтарып, күңел кисерештәренән ҡотҡарырға ярҙам итәсәк.

 

2024 йылға ырым-ышаныуҙар

Аждаһа – мөғжизә тыуҙырыу көсөнә эйә. Был нимәне аңлата? 2024 йылда быға ҡәҙәр тотонорға ҡурҡып йөрөгән эшегеҙҙе ышаныслы башлап ебәрергә мөмкин. Һеҙ үҙегеҙҙә тау аҡтарып сығырлыҡ көслө тойорһоғоҙ. Бирелгән был мәлде файҙаланып ҡалығыҙ һәм тормошоғоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Аждаһа – энергия, үҙ-үҙеңә ышаныс биреүсе символ.

 

Аждаһа тураһында миф

Аждаһалар бер-береһенә тоғро. Бер генә тапҡыр, әммә ғүмерлеккә йәр һайлай. Улар оҙон ғүмерле. Ут та “йота” белә һәм яҡшы “осалар” ҙа. Көслө рухлы һәм ҡурҡыу белмәҫ йөрәккә эйә. Шул уҡ ваҡытта кешеләргә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам да күрһәтә алалар. Ҡытай мифологияһында Аждаһалар аҡыллы һәм кешелекле, тип һүрәтләнә.

Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: