Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
8 Декабрь 2023, 21:56

“Халҡына дан йырланы”

Быйылғы Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә бөгөн сал тарихлы Икенсе Этҡол ерендә ҙур сара үтте.Бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған РФ-тың мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолдо. Унда Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды.

“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”

“Халҡына дан йырланы”

Быйылғы Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә бөгөн сал тарихлы Икенсе Этҡол ерендә ҙур сара үтте.Бар ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған РФ-тың мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолдо. Унда Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа ла йомғаҡ яһалды.

Уҡытыусы, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе, журналист, сәсән, тыуған еренең ялҡынлы патриоты булып танылған Азамат Әғзәм һәр саҡ тыуған төйәгенә дан йырлап йәшәне.Юҡҡа ғына сараның исеме “Халҡына дан йырланы” тип аталмағандыр.

Мәртәбәле сарала БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Нур Тажетдинов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Өфө сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова, танылған шағирә Фирүзә Абдуллина, билдәле әҙибә Әминә Яхина, Азамат Тажетдиновтың коллегалары, яҡташтары, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы һәм ижади конкурста ҡатнашыусыларҙы Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев тәбрикләне.

Азамат Тажетдинов тураһында үҙҙәренең иҫтәлектәре менән ике туған һеңлеһе Ишбикә Исмәғилева, коллегаһы Көнһылыу Сөләймәнова, уҡыусыһы Гөлсәсәк Саламатова, Икенсе Этҡол мәктәбе директоры Гөлйемеш Ишмырҙина, район китапханаһы директоры Зилә Мортазина уртаҡлашты.

Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова үҙенең сығышында “Халҡына дан йырланы” исемле ижади конкурстың быйыл өсөнсө йыл рәттән ойошторолоуын билдәләне, унда ҡатнашыусылар һанының йылдан-йыл арта барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Быйыл конкурс төбәк-ара кимәлгә сыҡты: республика райондарынан һәм ҡалаларынан тыш, Силәбе өлкәһенән һәм Татарстандан да ҡатнашыусылар булды.

Ижади конкурсҡа йомғаҡ яһау сараның иң күркәм өлөшө булғандыр.Жюри ағзалары Гөлсәсәк Саламатова, Әминә Яхина һәм Фирүзә Абдуллина бәйге еңеүселәрен тәбрикләп, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.Әйткәндәй, Тажетдиновтар ғаиләһе йыл да еңеүселәргә шәп приздар әҙерләй һәм быйыл да шулай булды.Мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм өлкәндәр араһында ойошторолған конкурста 31 кеше төрлө номинацияларҙа еңеп сыҡты.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең тәбрикләү сығышында Азамат Тажетдиновтың район, республикабыҙҙың танылған шәхесе булыуын билдәләне, бындай мәртәбәле сараны артабан да маҡсатлы дауам итергә саҡырҙы.Районды социаль-иҡтисади үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн ул Илшат Тажетдиновты төбәктең иң юғары наградаһы - “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” почетлы билдәһе менән бүләкләне.Район етәксеһе конкурста әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов үҙенең сығышында матур сара үткәргән өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе, хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә республиканың юғары наградаларын тапшырҙы.

 Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың танылған йырсыһы, шағир һәм композитор Рәмил Туйсиндың Азамат Тажетдиновҡа арнап махсус яҙылған “Үҫтерәйек батырҙар!” йырын (Фирүзә Абдуллина шиғыры) башҡарыуы ысын мәғәнәһендә сараның биҙәге булды.Ысынлап та, Азамат Тажетдинов шәхесенә арналған сараларҙы ойошторған ваҡытта гимнға торошло ижад емеше был.

 Сибай ҡалаһында ойошторолған ир-егеттәр вокал ансамбле (етәксеһе Рәмил Туйсин) “Дан булып ҡайтығыҙ!” йырын ошо сәхнәлә тәүге тапҡыр тамашасы хөкөмөнә сығарҙы һәм көслө алҡыштарға лайыҡ булды.

Сараны ойоштороуға Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге, Икенсе Этҡол китапханаһы, мәҙәниәт йорто, А.Тажетдинов исемендәге Икенсе Этҡол урта мәктәбе, ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы күп көс һалды.Район китапханаһы, халыҡ ижады үҙәге уны үткәреүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Ғүмере буйы ил хәстәре, милләт ғәме менән янып йәшәгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Азамат Тажетдиновтың исеме бер ҡасан да онотолмай, мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана. “Халҡына дан йырланы” сараһы шуның асыҡ миҫалы булып тора.

Азамат Мөхәмәтшин.

“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
“Халҡына дан йырланы”
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: