Байрамдар, юбилейҙар
26 Ноябрь 2023, 03:22

Зөлфиә — ун бер бала Әсәһе!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ун бер бала әсәһе Зөлфиә Боҫҡонова Баймаҡта һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе. Улар 11 бала тәрбиәләй: һигеҙ ҡыҙ һәм өс ул. Әсәйем – иң яҡын кешем. Ул шундай яғымлы, һөйкөмлө, наҙлы һәм тормошто яратыусан. Миңә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итә һәм кәңәштәр бирә. Әсәйем – бик матур, аҡ ҡайындай һомғол буйлы. Һары бөҙрә сәстәре алтын иген һабағы төҫлө, ә зәңгәр күҙҙәре күк болон сәскәләренә оҡшаған. Уның күҙҙәре һәр саҡ көлөп тора. Нурлы йөҙө беҙҙең кәйефте күтәрә, тынысландыра ла. Әсәйем – түҙемле кеше, тыныс та ул, һәр кем менән матур итеп аралаша. Уның менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Уны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә. Әсәйем менән ғорурланабыҙ! Зөмәрә Боҫҡонова, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыһы.

Зөлфиә — ун бер бала Әсәһе!
Зөлфиә — ун бер бала Әсәһе!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас