Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Байрамдар, юбилейҙар
24 Ноябрь 2023, 09:39

Алтын туйы менән тәбрикләнеләр

Ҡала биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илүзә Ҡашҡарова менән ЗАГС бүлегенең белгесе Земфира Яҡшығолова алтын туйҙарын билдәләгән Камил һәм Вәзимә Мосәләмовтарҙы, Надежда һәм Рауил Аҫылғужиндарҙы, Нәзифә һәм Риза Хайбуллиндарҙы тәбрикләп үтте. 

Алтын туйы менән тәбрикләнеләрАлтын туйы менән тәбрикләнеләр
Алтын туйы менән тәбрикләнеләр

Бөгөн ҡала биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илүзә Ҡашҡарова менән ЗАГС бүлегенең белгесе Земфира Яҡшығолова алтын туйҙарын билдәләгән Камил һәм Вәзимә Мосәләмовтарҙы, Надежда һәм Рауил Аҫылғужиндарҙы, Нәзифә һәм Риза Хайбуллиндарҙы тәбрикләп үтте. 

 

Әйтерһең, был өс парҙың икенсе яртыһын ҡауыштырыр өсөн яҙмыш үҙе Баймаҡ еренә алып килгән. 

Рауил Аҫылғужин сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Бабич ауылында донъяға килгән. 

- Эш буйынса Баймаҡ районының Богачевка ауылында булырға тура килде. Буласаҡ кәләшемдең фотоһын күреп ғашиҡ булдым, – ти. 

Ҡатвнв Надежда менән улар тормош шатлыҡтарын да, һөйөнөстәрен дә бергә-бергә үткәреп ебәрәләр. 

 

– Тап һине тормош юлымда осратҡанға сикһеҙ бәхетлемен,- тиҙәр улар бер-береһенә. 

 

Вазимә һәм Камил Мөсәләмовтарҙы ла Баймаҡ ере ҡауыштыра. 

Ғаилә башлығын йүнәлтмә менән Баймаҡ АТП-һына эшкә ебәрәләр. Шул саҡ ул автовокзалда эшләгән Вәзимәне осрата. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт уты ҡабына.  

Ғаилә башлығы ут булһа, йорт хужабикәһе – һыу. Шулай улар бер-береһен тулыландырып, дүрт бала үҫтерәләр. 

– Беҙҙең күп ваҡыт эштә үтте. Балалар бер береһен ҡарап, дуҫ һәм татыу булып үҫеп еттеләр, – тиҙәр Мөсәлимовтар. 

 

Өсөнсө ғаиләлә, киреһенсә, йорт хужабикәһе ҡырҙан күсеп килә. 

Нәзифә һәм Риза Хайбуллиндар ҙа ошо көндәрҙә үҙҙәренең алтын туйҙарын билдәләгән. 

Ғаилә башлығы Баймаҡта тыуып үҫкән. Ә бына Нәзифә апай сығышы менән Яңауылдан булып сыҡты. Билдәле йырсы Радик Гәрәевтың бер туған апаһы. Мәктәпте тамамлағас, ҡустыһы менән Сәнғәт институтынп уҡырға инеү өсөн Өфөгә юлланалар. 

– Ҡустым еңел генә уҡырға инеп китте. Минең тамағым ауыртып, ангина ҡалҡты. Йырлау түгел, һөйләшә лә алмай инем. Шул саҡ таныштарым Баймаҡҡа саҡырҙылар. ПТУ-ға уҡырға индем. Әлбиттә, ундай уҡыу йортонда уҡырға хыялланмай инем. Тик кире ҡайтыу өсөн юлға аҡсам булманы, – ти Нәзифә Хәйбуллина. 

Тап ошо уҡыу йортонда уҡыған саҡта ул тормош иптәше Ризаны осрата. Ошолай улар ҡулға ҡул тотоношоп, 50 йыл бергә атлайҙар. 

 

Был көн алтын туйҙарын билдәләгән парҙарға: «Яҙмышты үҙгәртеп булһа, ни эшләр инегеҙ?» – тигән һорау бирәбеҙ. 

– Ҡабаттан ошо юлды үтер инем, – булды уларҙың яуабы. 

 

Бәхет моғайын да ошолай булалыр, тип уйлап ҡуйҙым. Һәр кемгә лә ошондай бәхет насип булһын! 

Эльмира Кейекҡужина. 

Алтын туйы менән тәбрикләнеләр
Алтын туйы менән тәбрикләнеләр
Алтын туйы менән тәбрикләнеләр
Алтын туйы менән тәбрикләнеләр
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас