Байрамдар, юбилейҙар
16 Сентябрь 2023, 07:10

Сөйөмбикә инәйгә — 95 йәш!

Тулыраҡ беҙҙең сайтта

Оҙаҡ йылдар ғүмер иткән, тормошон хеҙмәт менән биҙәгән инәй-олатайҙар һәр кемгә үрнәк булырлыҡ. 15 сентябрҙә 95 йәшен билдәләгән Сөйөмбикә Ғиззәтулла ҡыҙы Нурғәлина ла ошондай бәхетле кешеләр рәтенә индерергә була.  Тыуған көнөндә Сөйөмбикә инәйҙе Баймаҡ районы хәкимйәтең эштәр идарасыһы Баимов Илгиз Хөрмәт улы, Баймаҡ районы ветерандар рәйесе председателе Әхмәтова Көнһылыу Әҙеһәм ҡыҙы, Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Ғүмәр ҡыҙы Байрамғолова тәбрикләне. Сөйөмбикә инәй һәм уның яҡындары өсөн иң тулҡынландырғыс мәл ул – РФ Президенты В.В. Путиндың ҡотлау открыткаһын тапшырыу булғандыр.   Юбиляр инәйҙе күркәм байрамы, 95 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.  Һаулыҡ, именлек, бәхетле ҡартлыҡ һәм имен иртәләр теләйбеҙ!

Йондоҙ Юлдашева,

Таһир ауылы китапханасыһы.

Сөйөмбикә инәйгә — 95 йәш!
Сөйөмбикә инәйгә — 95 йәш!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас