+24 °С
Ямғыр
- “Урал батыр” эпосы йылдан-йыл киң билдәлелек ала бара, - тине Башҡорт Дәүләт педагогия университетының башҡорт филология факультеты ғилми тикшеренеү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Нәркәс Хөбөтдинова-Сөләймәнова. – Балаларҙы шундай ҙур бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ҙур рәхмәт белдергем килә. Тап улар арҡаһында халҡыбыҙҙың ҡомартҡыһы быуындан-быуынға тапшырыла. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһенә быйыл 25 йыл, тип һөйләһәк тә, ике йыл ул район кимәлендә генә уҙа. Артабан ул республика әһәмиәтендәге конкурсҡа әйләнә. Һуңғы йылдары был бәйгегә күрше өлкәләрҙән дә ҡатнашыусыларҙың булыуы һөйөндөрә. “Урал батыр” эпосы бәйгеһе дауам итә.