+24 °С
Ямғыр
Розалия Буранова - Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан, 6-сы класс уҡыусыһы. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында ул йыл да ҡатнаша. Ләкин быйылғыһына ул тулы әҙерлек менән килгән. Иң боронғо эпик ҡомартҡыларҙың береһе булған халыҡ мираҫын ул тулыһынса яттан белә! Бының өсөн уға ете йыл талап ителгән. Розалияның сығышын тыңлағанда баһалама ағзалары ғына түгел, бөтә тамашасылар ҙа күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Әйтерһең дә, тотош бер эпопея беҙҙең күҙ алдынан үтте. Берсә һоҡланып, берсә ғорурланып, берсә моңһоуланып тыңланыҡ. Афарин,Розалия! Шундай башҡорт рухлы ҡыҙ үҫеп килә бәрәкәтле Бөрйән ерендә!