Байрамдар, юбилейҙар
11 Август 2023, 11:35

Баймаҡҡа Салауат Юлаев килде

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

“Башҡорт аты” фестивалендә Силәбе өлкәһенән тимерсе Эдуард Таджетдинов та ҡатнаша. Ул “Оҫталар ҡаласығы” күргәҙмә-конкурсына үҙе тимерҙән сүкеп эшләгән башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һынын алып килгән. Скульптура 250 килограмм ауырлыҡты тарта. Уны Баймаҡҡа алып килеү өсөн тимерсе махсус арба һатып алған. - Проектымды тормошҡа ашырыу өсөн өс йыл китте, - ти Эдуард Таджетдинов. - Тулыһынса ҡулдан эшләнелгән скульптура. Бары тик иретеп йәбештереү аппараты, болкарка, металды киҫеүсе ҡайсы һәм сүкеш кенә ҡулландым. Башҡорт халҡының милли батырын һынландыра алыуым менән ғорурланам.

Баймаҡҡа Салауат Юлаев килде
Баймаҡҡа Салауат Юлаев килде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас