Байрамдар, юбилейҙар
11 Август 2023, 06:15

Бәхтиәр ярышҡа әҙер

Уңыштар теләйбеҙ!

"Башҡорт аты" фестивалендә Учалының Иманғол ауылынан Илдар Исхаҡов һәм уның улы Бәхтиәр ҡатнаша. Әйткәндәй, Бәхтиәргә ун ғына йәш булыуға ҡарамаҫта чемпион исемен яулап та өлгөргән. Традицион уҡ атыу республика чемпионатында ҡатнашып чемпион булып танылған. Шулай уҡ һыбай уҡ атыу ярышында икенсе урынды алған. - Дүрт йәшемдән атайым атҡа ултыртты һәм ҡулыма ян менән уҡ тотторҙо, - ти Бәхтиәр Исхаҡов. - Атайыма оҡшарға тырышам. Ул минең алдыма ҙур маҡсаттар ҡуя. Уның ышанысын аҡларға тырышасаҡмын. - Бәхтиәр үҙе шулай тырыш, әллә күпме аттан ҡолаһа ла, һикереп тороп кире менеп ултыра, - ти әсәһе Гөлнур Исхаҡова. Фестивалдә Бәхтиәр атаһы менән бергә һыбай уҡ атыу атыу бәйгеһендә ҡатнашасаҡ. Уға уңыштар теләйбеҙ. Лилиә Такаева. Автор фотоһы.

Бәхтиәр ярышҡа әҙер
Бәхтиәр ярышҡа әҙер
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас