Йомашта бөгөн айыҡ туй бара. Ошо уҡ ауылда йәшәүсе Аҡбулатовтар һәм Сәйғәфәровтар ҡоҙалашты. Фәнүрә менән Ғирфан Аҡбулатовтар ҡыҙ бирҙе, Таңсулпан менән Нух Сәйғәфәровтар килен алды. Халҡыбыҙҙың матур йолаһын башҡарып, киленгә һыу юлы күрһәттек. Әле генә “кәләш” һәм “килен” статустарына эйә булған Зөлхизә һылыуыбыҙҙы ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, “Ағинәйҙәр” рәйесе етәксеһе Зифа Иҫәнованың өйөндә ҡаршы алдыҡ. Йәш кәләш Зөлхизә менән йәш кейәү Баязитҡа донъя көтөү нескәлектәренә төшөндөрөп, халҡыбыҙҙың йолаһын күрһәттек. Йәш ғаиләгә матур теләктәребеҙҙе еткереп, бүләк тапшырҙыҡ. Зөлхиҙә һәм Баязит, ҡорған ояғыҙ бәрәкәтле, ҡотло, ғаиләгеҙ ныҡлы булһын! Хәҙисә Райманова, Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.