Бөтә яңылыҡтар

Һарыҡты алған 11 йәшлек үҫмер кем ул, тип уйлайһығыҙ?

Был хаҡта беҙҙең сайтта.

Бөгөн Баймаҡта һабантуй бара. Байрамдың иң күңелле һәм мауыҡтырғыс сараһының береһе - ауыш бағанаға менеп, уның иң осона бәйләнгән һарыҡты алыу. Был юлы һарыҡ Сибай ҡалаһына китте. 11 йәшлек Искәндәр Әминев ауыш бағананың иң осона барып етеп, кире һарыҡ менән әйләнде. Афарин, Искәндәр!

Әйткәндәй, был Искәндәрҙең тәүге еңеүе. Үҙе белдереүенсә, уның өсөн бер ниндәй ҙә күнекмә үтмәгән.

Искәндәрҙе беренсе уңышы менән ҡотлап, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ. 

Һарыҡты алған 11 йәшлек үҫмер кем ул, тип уйлайһығыҙ?
Һарыҡты алған 11 йәшлек үҫмер кем ул, тип уйлайһығыҙ?
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: