+2 °С
Болотло
Дуҫ тигәнең тыштан балыҡ, эстән йылан булмаһын.
Матур итеп күпте һөйләп, яуызлыҡтар ҡылмаһын.
Ауырлыҡтар килгән саҡта ситкә китеп ҡалмаһын.
Ташлап китә күрмәһен, һиңә ҡырыҫ булмаһын.
Дуҫ кешең һине бер ҡасан алдап китә күрмәһен.
Ергә һалып, өҫтөң аша тапап үтә күрмәһен.
Шым-шым ғына һинең өсөн соҡор ҡаҙып ҡуймаһын.
Эскән һыуыңа ағыу һалып китә күрмәһен.
Аллаһтан һораған саҡта яҡшы дуҫ та һорағыҙ.
Үҙеңде яуыз дуҫтарҙан һаҡлауын да һорағыҙ.
Донъялыҡта дуҫтарҙың да төрлөләре ос(о)рай.
Һеҙ уларҙың миһырбанлы булыуын да һорағыҙ.
Бәхетле булған кешенең дуҫтары ла бик яҡшы.
Улар ярҙам өсөн һуҙған устары ла бик яҡшы.
Ысын дуҫтың саф йөрәктән биргән төймәһе лә бит
Дошманыңдан алған оло дөйәнән күпкә яҡшы.
Мифтахетдин Аҡмулла.
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: