Ил инәһенә – 90 йәш!
Бөгөн Һәмән ауылынан Мәхмүзә инәй Боҫҡонова үҙенең 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Уны ҡотлау өсөн район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, уның ағзаһы Миңлегөл Маннапова, Билал ауыл биләмәһе вазифаһын башҡарыусы Гөлиә Заманова, Билал ауылының ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Әминев, ауылдаштары, туғандары йыйылды. Әсәйҙәрен, өләсәйҙәрен ғүмер байрамы менән ҡотлау өсөн тирә яҡтан юбилярҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре ҡайтып төштө.
Мәхмүзә Боҫҡонова 1933 йылдың 30 майында Түбә ауылында донъяға килгән. 1954 йылда яҙмышын Һәмән егете Вәлиулла Боҫҡонов менән бәйләй. Улар ете улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн Мәхмүзә инәйҙең 38 ейән-ейәнсәре һәм 15 бүлә-бүләсәре бар. Шуларҙың береһе махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Ул да өләсәһен ҡотлау өсөн алыҫ араларҙан ҡайтып еткән.
Байрам тантанаһына килеүселәрҙең барыһы ла юбилярҙы ҡотлап, күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. Ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, инәй хөрмәтенә йыр ҙа яңғыраны.
Байрам сараһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте "Һаҡмар" гәзитендә уҡырһығыҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.