Бөтә яңылыҡтар

80 йәшлек юбилейын билдәләне

Урал Тәңребирҙе улы Мәзитов кисә Байыш мәктәбендә 80 йәшлек юбилей тантанаһын үткәрҙе. Сарала район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов, Байыш мәктәбе директоры Фәнил Мортазин, шулай уҡ юбилярҙың элек бергә эшләгән коллегалары, туғандары, балалары һәм уҡыусылар килгән ине.  

80 йәшлек юбилейын билдәләне
80 йәшлек юбилейын билдәләне

Урал Тәңребирҙе улы Мәзитов кисә Байыш мәктәбендә 80 йәшлек юбилей тантанаһын үткәрҙе. Сарала район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов, Байыш мәктәбе директоры Фәнил Мортазин, шулай уҡ юбилярҙың элек бергә эшләгән коллегалары, туғандары, балалары һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Юбилярҙың балалары, туғандары, кисәге коллегалары тәбрик итте. Уларҙың һәр ҡайһыһы тап үҙҙәре менән генә бәйле булған хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Сараны бик матур итеп ауыл китапханасыһы Нурзиә Абдуллина алып барҙы. Музыкаль яҡтан “Иҫтәлек” фольклор ансамбле, Рафаил Ыласынов, Сабир Зәйнуллин, Люциә Ыласынова, Рәвил Вәлиев, Гөлсиә Ибраһимовалар биҙәне.

Урал Тәңребирҙе улын юбилейы уңайынан беҙ ҙә ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер юлдаш булыуын теләйбеҙ. Һәр саҡ “әл дә һеҙ бар, донъяла”, тип торған яҡындарығыҙ булһын! 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: