Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Тормошҡа һөйөү менән бағам...”

Баймаҡ ҡалаһында йәшәмәйем, кинйәгә кейәүгә сыҡмайым, ти торғайным йәш саҡта. Ләкин миңә яҙмыш ғали йәнәптәре бөтөнләй икенсе тормош әҙерләгән булып сыҡты. Әйткән һүҙҙәрем төптө киреһенсә килеп сыҡты. 1995 йылда Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сөләймәновтарҙың төпсөк улдарына килен булып төштөм. Тормош иптәшем Айрат Фазлытдин улы менән дүрт балаға ғүмер бирҙек...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

“Тормошҡа һөйөү менән бағам...”

Баймаҡ ЗАГС-ы бүлеге начальнигы Ләйлә Ирек ҡыҙы Сөләймәнова исемдәр донъяһында йәшәй. Ул етәкләгән хеҙмәт кешенең донъяға килгән мәленән алып, вафат булғанына ҡәҙәр оҙатып, гражданлыҡ хәле тураһындағы акттарҙы теркәй. Ләйлә Сөләймәнованы “Йома ҡунағы” рубрикаһына ҡунаҡҡа саҡырып, үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙек.

- Ләйлә Ирек ҡыҙы, һеҙ ҡайҙа һәм ҡасан донъяға килгәнһегеҙ?

- Таулыҡай ауылында 1974 йылдың 3 декабрендә ҙур һәм татыу ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгәнмен.

- Белем баҫҡыстарына нисек үрләнегеҙ?

- Башланғыс белемде Таулыҡай ауылы мәктәбендә алдым. Ә инде бишенсе кластан Өфө ҡалаһындағы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы гимназияһына уҡырға барҙым. Мәктәпте тамамлағас, ул ваҡытта әле генә асылған Сибай институтының педагогия һәм психология факультетына уҡырға индем. Үҙемдең һөнәри йүнәлеш буйынса Новотроицк институтының юриспруденция факультетын да тамамларға тура килде.

- Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине...

- Баймаҡ ҡалаһында йәшәмәйем, кинйәгә кейәүгә сыҡмайым, ти торғайным йәш саҡта. Ләкин миңә яҙмыш ғали йәнәптәре бөтөнләй икенсе тормош әҙерләгән булып сыҡты. Әйткән һүҙҙәрем төптө киреһенсә килеп сыҡты. 1995 йылда Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сөләймәновтарҙың төпсөк улдарына килен булып төштөм. Тормош иптәшем Айрат Фазлытдин улы менән дүрт балаға ғүмер бирҙек. Улыбыҙҙың инде үҙ ғаиләһе бар һәм үҙенең тормош юлын күптән инде тапты. Өлкән ҡыҙыбыҙ әлеге ваҡытта Сибай институтында уҡып йөрөй. Ә инде бәләкәй игеҙәк ҡыҙҙарыбыҙ – Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары. Тап улар беҙҙең йыуанысыбыҙ һәм өйөбөҙҙөң йәме.

- Һеҙҙең өсөн ғаилә нимә ул?

- Ғаилә - ул минең өсөн үҙенсәлекле бәләкәй Тыуған ер. Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, әгәр ҙә ул ғаиләһендә бәхетле икән, тимәк, ул – үҙ урынында. Тыуған ер - ул алыҫтарға маяҡ булып, юлдарҙы яҡтыртып тороусы, көс-дәрт биреүсе, юлдарҙан ҡайтып һыйынырлыҡ утрау. Ғаилә – алтын бишек, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Бишек һүҙен ишетһәң, күҙ алдына һәүетемсә генә бәүелеп торған бишек, унда мышнай-мышнай иҙерәп йоҡлап ятҡан бала күҙ алдына килә. Ғаилә лә бишек һымаҡ. Унда тыныс, ышаныслы һәм йылы булырға, һәр ғаилә ағзаһы үҙен ҡурсалау аҫтында икәнен тойорға тейеш. Әлбиттә, ҡайһы ваҡыт тормош бишекте дырһылдатып бәүелтеп тә ала. Был саҡта инде, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, күңел яҡтылығын юғалтмай, тормошҡа рәхмәтле, ысын мәғәнәһендә кеше булып ҡала белеү кәрәк.

- Ә һеҙ ниндәй бишектә тәрбиәләнеп үҫтегеҙ?

- Был тәңгәлдә мин атайым һәм әсәйемә бик рәхмәтлемен. Әсәйем беҙҙе сабырлыҡ, тырышлыҡ, намыҫлы булырға, ә атайым донъяның
матурлығын күрә белергә өйрәтте. Атайымдың кис һайын “Урал батыр” эпосын, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” һәм башҡа башҡорт халыҡ ижадын тасуирлап уҡығаны әле лә хәтерҙә. Математика һабаҡтарын да яйлап, аңлатып бирә ине. Әле лә ейәнсәрҙәренә төрлө ҡыҙыҡлы математик миҫалдар биреп, уларҙы ябай юл менән эшләргә өйрәтә. Ғөмүмән, атай кешенең әһәмиәте ғаиләлә бик ҙур – ул абруйлы, балаларына үрнәк булырға тейеш. Баланы нисек бар шулай ҡабул итергә һәм һәр ваҡыт терәк булырға, төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсаларға тейеш. Шул ваҡытта ғына бала тормош юлында ышаныслы баҫып торасаҡ, донъяға эскерһеҙ һөйөү менән ҡараясаҡ.

- Яратҡан ашығыҙ?

- Яратҡан ашым - ҡорот, тоҙланған кәбеҫтә һәм лимонлы сәй. Ә ысынын ғына әйткәндә, айырым ғына ниндәйҙер аш-һыуға өҫтөнлөк бирмәйем, барыһын да ҡабул итәм. Ләкин сама белеү кәрәк, аҙыҡ һинең организмыңа файҙа килтерергә тейеш, тигән уйҙамын. Иртәнге ашҡа ғаиләмә бутҡа бешереп ҡуям. Ә инде эштән һуң, йә ял ваҡыттарында, һәр ҡатын-ҡыҙ һымаҡ, төрләндереп бешерергә тырышам. Төрлө милли аш-һыуҙарҙы байҡайым. Хәҙер интернетта йәнең теләгән рецепттар бик күп. Ҡыҙҙарым менән уларҙы ҡарап, өйрәнеп, тиҙ генә бешереп тә ҡуябыҙ. Ҡайһы ваҡыт мин – ҡыҙҙарыма, ҡайһы ваҡыт улар миңә өйрәтә. Шулай аш-һыу әҙерләү тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ.

- Ир-егеттәр бешергән аш-һыу иң тәмлеһе була, тиҙәр...

- Мин дә шундай фекерҙәмен. Тормош иптәшем йыш ҡына үҙе яратып бешергән төрлө аш-һыу менән беҙҙе ҡыуандыра. Ул әҙерләгән быҡтырылған ит, духовкала тоҙ өҫтөндә бешкән тауыҡ, ҡурылған картуф - барыһы ла бик тәмле килеп сыға. Ғөмүмән, ирҙәр бешергән аш бик тәмле һәм үҙенсәлекле.

- Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратаһығыҙмы?

- Эйе, урман шаулауын, ҡоштар һайрауын тыңларға, таңдың яңы ҡалҡып килгән алһыу ҡояшлы мәлен күҙәтергә яратам.

- Яратып башҡарған шөғөлөгөҙ?

- Буш ваҡытта ниндәйҙер һынлы сәнғәт менән булышырға тырышам. Ләкин ундай ваҡыттар бик-бик һирәк килеп сыға.

Мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?

Әлбиттә, ышанам. Дөрөҫ уй-фекерҙәр йөрөткән, тормошҡа һөйөү менән ҡараған кеше генә үҙ тормош юлында мөғжизәләргә сорнала. Ул һәр кемебеҙҙең аяҡ аҫтында, уны күрә белергә генә кәрәк.

- Һеҙҙең ғаилә күп балалы тип һанала. Өҫтәүенә, етәксе лә. Ә үҙегеҙгә генә ваҡыт ҡаламы?

- Үҙен хөрмәт иткән һәр ҡатын-ҡыҙ, һис шикһеҙ, үҙенә ваҡыт табырға тейеш. Был ваҡытта уй-фекерҙәреңде рәткә һалаһың, көс-хәл алаһың, үҙеңде дәртләндерерлек ниндәйҙер шөғөл менән булышаһың. Ҡатын-ҡыҙ – ул серле донъя. Һәм был донъяның сатҡылары һүнмәһен өсөн, әлбиттә, үҙ-үҙеңә иғтибар биреп торорға кәрәк.

- Һеҙ Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеген етәкләйһегеҙ. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға етәксе булыу ауыр түгелме?

- Етәксе булыу һәр яҡлап та ҙур яуаплылыҡ өҫтәй, әлбиттә. Өйөңдә лә, коллективыңда ла өлгөлө булырға тейешһең. Ысынлап та, эш барышы күп осраҡта етәксенән тора. Хеҙмәткәрҙәреңдең алдынан сапмай, уларҙың эшен ойоштороп ебәреү оҫталығы ла кәрәк. Сөнки бер үҙең шул ҡәҙәр бурысты барыбер ҙә атҡарып сыға алмаясаҡһың. Ә инде хеҙмәткәрҙәреңә ышаныс белдереп, бурыстарҙы тигеҙ бүлеп, контролдә тотһаң – барыһы ла алға барасаҡ.

- Эшеңә ҡыуанып бар, эшеңдән ҡыуанып ҡайт, тиҙәр...

- Тап шулай. Мин дә эшемә бик ҙур теләк менән ашҡынып барам. Ғөмүмән, яҙмыштың мине ЗАГС органы менән бәйләүенә бик рәхмәтлемен. Коллективта ла һәр белгес үҙ эшенә етди ҡарай. Мөрәжәғәт итеп килеүселәргә иғтибарлы булырға, ҡулдан килгәнсә, закон талаптарына ярашлы ярҙам итергә тырышабыҙ.

- Яңылышмаһам, былтыр һеҙ БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты Почет грамотаһы менән бүләкләндегеҙ?

- Эйе. Ләкин ул награда минеке генә түгел, ә тотош коллективымдыҡы, тип һанайым.

- Сабыйҙарға күберәк ниндәй исем ҡушалар?

- Әминә, Әмир, Сафия, Арыҫлан, Искәндәр исемдәрен ҡушалар. Тағы ла шуны өҫтәп әйтер инем, балаға исем ҡушҡанда ата-әсәйҙәрҙе бик яуаплы һәм етди ҡарарға саҡырыр инем. Исем ниндәйҙер кимәлдә баланың характерына, яҙмышына тәьҫир итә. Юҡҡа ғына боронғолар “Исеменә күрә есеме” тип әйтмәгәндер бит. Ә инде дәүләт порталы аша документтар менән эш иткәндә, айырыуса бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ алғанда, исем-фамилияларҙың дөрөҫ яҙылышына иғтибар бирһендәр ине. Бигерәк тә ауаздаш исемдәр буталсыҡ тыуҙыра.

- Ә һеҙгә исемде кем ҡушҡан?

- Миңә исемде әсәйем ҡушҡан. Ул - башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы. 30 йылдан ашыу балаларға белем биреп, хаҡлы ялға сыҡты. Уҡыусылары әле лә әсәйемде йылы хәтирәләр менән иҫкә ала. Нәфис әҙәбиәткә булған һөйөүе һәм ижади шәхес булараҡ, әсәйемә “Ләйлә һәм Мәжнүн” поэмаһы ныҡ ҡына тәьҫир ҡалдырған. Ләйлә исеме һылыу ҡыҙ образы һымаҡ хәтерендә ҡалған һәм мин донъяға килгәс, шул исемде ҡуштырған.

- Ләйлә Ирек ҡыҙы, ә кем ул ҡатын-ҡыҙ?

- Ҡатын-ҡыҙ ул минең өсөн иң беренсе – әсә кеше. Ул сыҙамлы, оло йөрәкле, эскерһеҙ һөйөүгә эйә булған шәхес. Йәшәү сығанағы әсә кешенән башлана. Баланың был донъяла кешелекле, ғәҙел, миһырбанлы, тырыш булып үҫеүенә, йә булмаһа, киреһенсә, ҡаты күңелле, бар донъяға үпкә тотҡан, аҫтыртын кешегә әүерелеүе лә тик ғаилә мөнәсәбәттәренән, әсә кешенең позицияһынан тора. Әлбиттә, атай кешенең дә бала тәрбиәләүҙәге әһәмиәте ҙур.

- Ә атай кешенең ғаиләләге ролен нисек күрәһегеҙ?

- Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр. Атайҙың да ғаиләләге роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Атай – таба, әсәй – яраштыра, тиҙәр. Шуның өсөн дә ғаиләнең етеш, теүәл йәшәүе ирҙән тора. Һәм шул уҡ ваҡытта атай балаға арҡа һәм терәк булырға тейеш. Ләкин баланың шәхес булараҡ формалашыуы әсә һөтөнән башлана. Ә инде һәр баланан – ырыу, ырыуҙан – ил барлыҡҡа килә, тип фараз итһәк, ҡатын-ҡыҙ – ил тотҡаһы, тип тә әйтергә була. “Ил әсәһе” тигән һүҙбәйләнеш юҡҡа ғына килеп сыҡмағандыр.

- Ҡайҙалыр күсеп китеү теләге булдымы?

- Төрлө сит ерҙәргә барып йөрөп ҡайтһаң ғына Башҡортостаныбыҙҙың ғозурлығына тағы ла берҙе инанаһың. Ҡайһы саҡ ниндәй матур тәбиғәтле, саф һауалы, сылтыр шишмәле төбәктә йәшәгәнебеҙҙе онотоп китәбеҙ шул. Ә инде Баймаҡ һыуын ҡайҙа ғына йөрөһәк тә һағынып ҡайтабыҙ. Ошо ергә тамырыбыҙ, кендегебеҙ менән береккәнбеҙ. Бер ҡайҙа ла күсеп китеү хаҡында уйлағаныбыҙ ҙа юҡ.

- Иң ҙур хыялығыҙ ниндәй?

- Хыял диңгеҙендә гиҙеү – йәшлек мәленең генә үҙенсәлекле сифаты, минеңсә. Ваҡыт уҙа барыу менән хыялдарға төрөнөп түгел, ә ысынбарлыҡта маҡсат ҡуйып йәшәргә өйрәнәһең. Ә инде теләккә килгәндә, һәр кем үҙ эшен, вазифаһын ихлас күңелдән, һөйөү менән башҡарһын ине, тигән теләктәмен. Кешенең кем булыуына ҡарамай, һатыусымы, уҡытыусымы, иҙән йыуыусымы, игенсеме – һәр кем күңелен биреп, тырышып эшләһә, бурысын урынына еткереп башҡарһа, шул ваҡытта ғына тормош алға барасаҡ тип уйлайым.

- Киләсәктә Ләйлә әбей менән Айрат бабай ниндәй буласаҡ, тип күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Тормош миҙгеленең һәр мәле үҙенсәлекле. Йәшлек - дәртле, дыуамаллығы менән, сал сәсле миҙгел үҙенең олпатлығы, фәһемле, аҡыллы булыуы менән айырыла. Ләкин үҙебеҙгә ҡарата әбей, бабай образын күҙ алдына ла килтерә алмайым, әлегә уйға ла кермәй. Ике уҡыусы ҡыҙыбыҙ беҙгә ҡартайырға ирек бирмәй.

- Кешеләге ниндәй һыҙаттарҙы ғәфү итмәҫ инегеҙ?

- Ғөмүмән, үҙемде үпкәсел кеше, тип һанамайым. Ғәфү итмәҫлек насарлыҡ тураһында ла әйтә алмайым. Ни өсөн тормош был һынауҙарҙы ебәрә, ҡайҙа хата ебәрҙем икән, тигән һорауҙарға яуап табырға тырышам. Әгәр кеше ниндәйҙер яман эш ҡыла икән, уның был ҡылығы мине уйға һала. Дөйөм алғанда иһә, кешеләге ике йөҙлөлөктө, ялағайлыҡты, кеше артынан һөйләүҙе яратмайым.

- Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле ҡатын-ҡыҙ, тип уйлайһығыҙмы?

- Әгәр ҙә балаларыңдың бәхетле булыуын теләһәң, иң беренсе сиратта үҙең бәхетле булырға тейешһең. Шунлыҡтан үҙемде бәхетле әсәймен, ҡатынмын, тип әйтә алам. Ғаиләм өсөн, балаларым өсөн рәхмәтлемен. Ғөмүмән, кеше яҡты таңдар, айлы төндәр өсөн, был донъяла күкрәк киреп, иркен итеп тын ала алғаны өсөн рәхмәтле булып, тормошҡа оло һөйөү менән йәшәргә тейеш.

- Беҙҙең гәзит уҡыусыларына ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?

- Рәми Ғәриповтың “Кеше” тигән шиғыр юлдары менән әйтер инем:

“...Һыҡранмаһын тормошонан кеше

Үҙе биҙәп торһон ул уны,

Ҡыуанһын ул, яҡты эҙен күреп

Аҡыллы һәм оҫта ҡулының,

Хыялланһын, янһын, ҡанатланһын,

Тынғы белмәй алға ынтылһын.

Һөйһөн, көйһөн, күркәм булһын кеше.

Халҡым ғәме менән ул тулһын!”

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

“Тормошҡа һөйөү менән бағам...”
“Тормошҡа һөйөү менән бағам...”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: