Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Эштә лә, өйҙә лә миңә “әсәй” тиҙәр...”

Ысын ҡатын-ҡыҙ балаһы өсөн тау аҡтарырға ла әҙер. Уның өсөн өйҙә “әсәй” тип күҙҙәренә мөлдөрәп ҡарап торған балалары булһа, шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр. Беренсе Этҡол ауылындағы “Яҙгөл” балалар баҡсаһы мөдире Гөлфиә Хәсәнова икеләтә бәхетле әсәй һәм ҡатын-ҡыҙ. “Өйҙә мин балаларым өсөн яғымлы һәм яратҡан әсәй. Ә эштә тәрбиәләнеүселәрем өсөн һөйкөмлө тәрбиәсемен”, – ти ул. 

“Эштә лә, өйҙә лә миңә “әсәй” тиҙәр...”
“Эштә лә, өйҙә лә миңә “әсәй” тиҙәр...”

Гөлфиә Зәкир ҡыҙы сығышы менән Мерәҫ ауылынан. 1970 йылда колхозсы ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. әсәһе Хәбирә Ғәйзулла ҡыҙы сәсән телле, йор һүҙле кеше була. Бик күп шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. әсәһенең даланы ҡыҙҙарына ла күсә. Һәр ҡайһыһы үҙе өсөн генә булһа ла  шиғырҙар ижад итә.  

Гөлфиә Мерәҫ мәктәбен уңышлы тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш педагог хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы балалар баҡсаһында башлай. Бер йылдан ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибайҙағы филиалына уҡырға инә. Институтты тамамлағас, йәнә  тыуған ауылына ҡайта. Бында ул ике йыл эшләгәндән һуң, 1996 йылда Беренсе Этҡол ауылы егете Әбделхәй Ғәбдрәүеф улы менән ғаилә ҡороп, күсеп китә. Килен булып төшкән ауылындағы “Яҙгөл” балалар баҡсаһында мөдир булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ошо урында ул 25 йыл эшләп өлгөрә. 2022 йылдың 1 ғинуарында балалар баҡсаһы мәктәпкә күсерелә. Әле Гөлфиә Зәкир ҡыҙы мәктәпкәсә белем биреү төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләй. 

25 йыл етәксе булып эшләү дәүерендә ул хеҙмәткәрҙәре менән уртаҡ тел табып ҡына ҡалмай, улар тураһында хәстәрлек тә күрә. Балалар баҡсаһының үҙенә генә хас традициялары, йолалары барлыҡҡа килә. Тәрбиәләнеүселәргә килгәндә, улар район, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булалар. Шулай уҡ балалар баҡсаһының матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә.  Гөлфиә Зәкир ҡыҙының тырышлығы менән 2014 йылда бинаға реконструкция үткәрелә. Зауыҡлы биҙәлгән яңы балалар баҡсаһына балалар ҙур теләк менән йөрөй. 

Гөлфиә Зәкир ҡыҙының тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең Почет грамоталары менән баһалана. Быйыл алдынғы ҡарашлы педагог Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән  бүләкләнде.

Гөлфиә Хәсәнова тормош һынауҙарына ла дусар була. 18 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәгән тормош иптәше Әбделхәй Ғәбдрәүеф улы мәрхүм булып ҡала.  Улар ғүмер бүләк иткән өс бала әсәләренә терәк һәм таяныс булып ҡала. Әле өлкән ҡыҙҙары Әлфиә уҡыуын тамамлап, өфөлә эшләп йөрөй. Улдары Азат менән ҡыҙҙары Әлиә мәктәптә уҡый. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: