Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
20 Ғинуар 2023, 10:50

Һынауҙарға бирешмәгән

 Аллаһы Тәғәлә кешегә күтәрә алырлыҡ ҡына һынау бирә, тиҙәр. Ниндәй генә ауырлыҡтар килмәһен, юғалып ҡалмай, алға ҡарап йәшәгән оло йәштәге инәйҙәр алдында баш эйерлек. Бала сағы һуғыш йылдарына тап килгәндәрҙең ғәмһеҙлеге бер көндә юҡҡа сыға. Ололар башҡарған барлыҡ эштәр балалар иңенә төшә. Байым ауылында йәшәүсе Мөбирә Йомағужа ҡыҙы Бүләкованың да бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә.

Һынауҙарға бирешмәгән
Һынауҙарға бирешмәгән

Мөбирә Йомағужа ҡыҙы 1933 йылдың 1 ғинуарында Ниғәмәт ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған саҡта ул 1-се класта ғына уҡып йөрөгән була. Шулай ҙа инәй 4-се класты тамамлауға өлгәшә. Бәләкәстән тырыш, отҡор ҡыҙ бала 11 йәше тулыу менән колхозға эшкә төшә. Көндәр йылы торғанда быҙауҙар ҡарай, ҡыштың әсе һыуыҡтарында фермала эшләгән апаһына ярҙам итә. Яҙ көнө бәләкәй генә көйө атҡа атланып, һабанға сыға. 14 йәше тулғас, мәктәптә ҡарауылсы булып эшләй башлай.

1951 йылда йәшлек мөхәббәте Хәмитйән Йомағужа улын осрата. Ике йәш йөрәк бер-береһенә тартыла. Тиҙҙән улар матур пар булып, бер-береһенә ҡәҙер күрһәтеп, донъя көтә башлай. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмай. Икеһе лә эшһөйәр, уңған. Ҡулдары белмәгән эш юҡ. Ғаилә башлығы колхоз эшенә тотона. Шул уҡ ваҡытта үҙ донъяһын ҡарарға ла өлгөрә. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы донъяға килгән алты балаһына лайыҡлы тәрбиә бирә улар.

Һынауһыҙ тормош булмаған кеүек, был парға ла яҙғы миҙгел ауыр ҡайғы алып килә. Яҙғы сәсеү ваҡытында һыуыҡ тейҙергән Хәмитйән Йомағужа улы ҡапыл ауырып аяҡтан йығыла. Күҙҙәрен мәңгелеккә йомғанда уға ни бары 45 йәш кенә тулған була. “Ҡыҫҡа ғына ғүмерле булһа ла атайыбыҙ күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәргә өлгөрә. Уның тормош юлы балаларға фәһем булып тора”, – тип атаһы тураһында Баймаҡта йәшәүсе ҡыҙы Зәйтүнә һөйләне.

Мөбирә Йомағужа ҡыҙы алты бала менән яңғыҙ тороп ҡала. Ул арала ғаилә ҡороп йәшәй башлаған, хәтирәләр һандығы булған Ҡуяндар ауылы бөтөрөлә. Был ваҡытта йәш ҡатын ниҙәр уйлап, ниҙәр генә кисерҙе икән? Береһенән-береһе бәләкәй алты балаһы менән Икенсе Этҡол ауылына күсеп килә. Ауырлыҡтар алдында бөгөлөп, юғалып ҡалмай ул. Нисек тә балаларын аяҡҡа баҫтырырға кәрәк. Колхоз ырҙынына эшкә төшә. Өр-яңынан йорт һалып, мал аҫрап, донъяһын бөтәйтә. Балаларына лайыҡлы тәрбиә һәм белем биреп, оло тормош юлына оҙата.

Йәшләй генә тол ҡалған Мөбирә бәхетен йәнә берҙе һынап ҡарамаҡ була. Ете балаһы менән тол ҡалған Шәкирйән Ғәлин менән ғаилә ҡора. Уның береһенән-береһе бәләкәй балаларын аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләй. Үгәй түгел, үҙ әсәләре кеүек була кескәйҙәргә.

Әле ил инәһе балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер итә. Ошо көндәрҙә Мөбирә инәй 90 йәшлек оло юбилейын билдәләне. Ил инәһен тәбрикләр өсөн райондың ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова менән ветерандар советы ағзаһы Рәмзиә Романова барҙы.

Тыл һәм хеҙмәт ветеранына улар иң изге теләктәрен еткереп, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевтың Ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләктәрен тапшырҙы. Мөбирә Йомағужа ҡыҙын оло юбилейы уңайынан беҙ ҙә ҡотлайбыҙ. Һәр саҡ һаулыҡта, балалары ҡурсыуында ошолай бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!

Эльмира КЕЙЕКҠУжИНА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: