Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Ғинуар 2023, 11:30

"Тракторсы Файза" инәйгә - 100 йәш!

Билал ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Файза инәй Юламанова 10 ғинуарҙа 100 йәшлек оло ғүмер байрамын билдәләйәсәк. Бер быуатлыҡ тарихтың тере шаһиты булған юбилярҙың тирә-яҡҡа “тракторсы Файза” тигән даны таралған. Файза инәйҙең, тиҫтерҙәре кеүек үк, сәскәләй сағын ҡәһәрле сәйәси золом һәм һуғыш йылдары урлай. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

“Тракторсы Файза” инәйгә 100 йәш!

Билал ауылынан тыл һәм хеҙмәт ветераны Файза инәй Юламанова бөгөн 100 йәшлек оло ғүмер байрамын билдәләй. Бер быуатлыҡ тарихтың тере шаһиты булған юбилярҙың тирә-яҡҡа “тракторсы Файза” тигән даны таралған. Файза инәйҙең, тиҫтерҙәре кеүек үк, сәскәләй сағын ҡәһәрле сәйәси золом һәм һуғыш йылдары урлай.

Һәмән ауылында яңы ғаилә ҡороп йәшәй башлаған Фәүзиә менән Мостафа Сабитовтар өсөн 1923 йыл уңышлы ғына башланып китә. Йәш әсә менән атайҙы ҡыуандырып 10 ғинуарҙа уларҙың тәүге ҡыҙ балалары донъяға килә. Уға яратып, Файза тип исем ҡушалар. Бәләкәстән тырыш, отҡор ҡыҙ бала булып үҫә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға дүрт класс белем менән генә сикләнергә тура килә. Артабан уҡыу мөмкинлеге теймәй. 1936 йылдың ноябрендә, нахаҡҡа бәлә яғып, атаһын ҡулға алалар.

- Һуғым һуйып йөрөгән мәлдә өс НКВД кешеһе килде лә атайҙы алып китте, - ти Файза инәйебеҙ ҡәһәрле йылдарҙы хәтерләп. - Бының сәбәбен әле лә аңлай алмайым. Беҙҙе, өс баланы, әсәйемде ҡыуып сығарып, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, хатта урындыҡ таҡталарын да алып ташлап, нимәлер эҙләнеләр. Атайым ун йылдан һуң ғына кире әйләнеп ҡайтты. Элек шуҡ, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып йәшәгән атайымды алмаштырғандармы ни? Берәү менән дә һөйләшмәй, үҙ-үҙенә йомолдо, бикләнде. Кеше менән дә аралашмаҫ булды.

Атаһы ҡулға алынғас, ғаилә өсөн ауыр тормош яңы һынауҙар ҡуя. Өс баланы ла “кулак балаһы” тип уҡырға алмайҙар. Әсәһенә ярҙам итергә һәм береһенән-береһе бәләкәс ике тыуғанын ҡарар өсөн, 13 йәшлек Файза колхозға эшкә сығырға мәжбүр була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылда уны тракторсылар курсына ебәрәләр. Унда өс ай самаһы уҡып ҡайтҡас, “Фрунзе” колхозында (ул йылдарҙа Һәмән ауылы колхоз ҡарамағында була) тракторсы алмашсыһы булып эшләй башлай. Уңған, егәрле, хеҙмәтте һөйгән Файза һәр эште алғы планға ҡуйя. Ике генә айлыҡ Рәйсәһен дә өйҙә тәрбиәләп ултырырға форсат булмай уға. Сабыйын трактор кабинаһына урап һалып, уның менән бергә эшкә йөрөргә тура килә. Ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай, трактор рычагын ҡулынан ысҡындырмай. “Һуғыш ваҡытында ла халыҡ төшөнкөлөккә бирелмәҫкә тырышты. Шулай ҙа ара-тирә, был һуғыш беҙҙе ҡолатмайынса туҡтамаҫ инде, тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала”, - торғайны ти тракторсы Файза инәй уҙған йылдарға әйләнеп ҡайтып. Ә шулай ҙа уға үҙенең “тимер ат”ында ун йылдан ашыу эшләргә тура килә.

Шул мәлдәр тураһында ентекләп һораша башлағас, инәй уфтанып ҡуйҙы: “Өҫтә бер ҡат кейем, аяҡта сабата, тамаҡҡа йүнле аш та эләкмәй торғайны. Трактор, ҡатын-ҡыҙ ҡулын һиҙгәндәй, “тыпырсынып” маташа, йыш боҙола. Уларҙы ремонтлай алмай, ултырып илаған саҡтар ҙа күп булды. Ләкин бирешмәнек. Еңеү өсөн, фронт өсөн, тип бар тырышлыҡты һалып эшләнек...”

Файза инәй “тимер ат”ын иртәрәк ташлағанға бер аҙ үкенеп тә ҡуя. “Тағы ла эшләргә кәрәк булған. Һуғыштан һуң сыҡҡан тракторҙар минең өсөн уйынсыҡ кеүек кенә күренә торғайны. Урам буйлап елеп уҙған тракторҙарҙы ҡарап, эске бер көнләшеү менән оҙатып ҡалам. Эстән генә һәр детален күҙ алдына килтереп, барлап сығам. Эх, бына һуғыш осоронда шундай көслө тракторҙар булһын ине! Тағы ла юғарыраҡ хеҙмәт өлгөһө күрһәтер инек”, – ти ул сәмләнеп.

Бөтәһен дә ҡан илатҡан һуғыштың бөтөүе тураһындағы хәбәрҙе ул баҫыуҙа, ҡыҙыу эш ваҡыты өҫтөндә ала. “Ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында ишеткәс тә, тракторымды туҡтатырға көс тапманым. Киреһенсә, айырыуса тырышлыҡ менән эшләнем. Сөнки шул көндө сәсеүҙе тамамларға тейеш инек. Үҙем көләм, үҙем илайым... Һуңғы ике ыҙанды сыҡҡас, аяҡтарым ергә теймәйенсә, ауылға йүгерҙем. Ундағы шау-шыу, шатлыҡ ауазы әле лә күҙ алдымда”, – ти тыл һәм хеҙмәт ветераны.

Донъялар тынысланғас та, Файза инәйгә тормош иптәше, балалары менән имен-аман йәшәп китергә ине лә бит. Юҡ шул, яҙмыш һаман уға үҙенең рәхимһеҙ һынауҙарын ҡуя. Бер улы ун туғыҙ йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша. Егерме бер йыл иңгә-иң терәп йәшәгән тормош иптәше лә ҡыҙыу бесән мәлендә фажиғәгә тарый. Файза инәй ете бала менән тол ҡала. Үҙе атай һәм әсәй урынына баҫып, балаларын ел-ямғырҙан ҡурсалап, аяҡҡа баҫтыра. Хәстәрлекле әсә ҡулында ҡанат нығытҡан ул-ҡыҙҙарының һәр береһе бөгөн тормошта үҙ урынын тапҡан.

Файза инәй әлеге мәлдә ҡыҙҙарының, ейән-ейәнсәрҙәренең шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп йәшәй. Хәл белергә ингән һәр береһен арҡаһынан тупылдатып һөйөп, йылы һүҙен ҡушып, үткәндәрҙе барлап ултыра. Нисә барһаң да өйө таҙа, өҫтәле тулы аш-һыу. Өйөндә ҡот уйнай. Йылылыҡ һәм нур бөркөлә. Ғүмере эш өҫтөндә үткәнгәлер инде, Файза инәйҙең бер ҙә ҡул ҡаушарып ултырғаны юҡ, һәр ваҡыт эш өҫтөндә.

Фиҙаҡәр хеҙмәте менән Бөйөк Еңеүҙе яуларға булышлыҡ иткән тракторсы Файза инәйебеҙҙең бер быуатлыҡ ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ. Алдағы көндәре тик ҡыуанысҡа, бәхетле мәлдәргә бай булһын.

Райхана Булатова.

Билал ауылы китапханасыһы.

Фото:

"Тракторсы Файза" инәйгә - 100 йәш!
"Тракторсы Файза" инәйгә - 100 йәш!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: