Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
9 Ғинуар 2023, 09:00

90 бит ул бары һан ғына...

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Уттар-һыуҙар кистең – батманың,

Ауыр йылдар буйлап атланың...

Бирешмәнең елгә, буранға,

Ерҙә ысын КЕШЕ булғанға!

Был шиғыр юлдары, әйтерһең, тап бына минең мәҡәләм геройына арнап яҙылған, тиерһең! Ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын туйлаусы Ғәшүрә Хәйбулла ҡыҙы Янбаева (Хөсәйенова) ла ғүмер юлында утты-һыуҙы күп кискән, донъяның әсеһен-сөсөһөн байтаҡ татыған, Иҫке Сибай ауылында абруй тотоп йәшәгән ағинәйҙәрҙең береһе!

...1933 йылдың ҡышҡы селләһендә Хөсәйеновтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән ҡыҙ, тыуған ауылында етенсене бөтөп, һигеҙенсе синыфты Сибайҙа тамамлай. Балалыҡ йылдарының ауыр һуғыш оорона тура килеүе менән бәйле, ун дүрт йәшенән Молотов исемендәге колхозда төрлө эштәргә егелә. 1952 йылда ул Сибай тимер юлына эшкә төшә һәм йөк тейәүсе булып эшләй. Вагондарға төрлө йөктәрҙе тейәү һәм бушатыу эше ҡурҡытмай ҡыҙҙы, киреһенсә, сыныҡтыра ғына.

1960 йылдың көҙөндә үҙенә ике балалы тол ир һүҙ һалғас, Ғәшүрә апай башта аптырап ҡала: етемдәргә әсә йылыһын бирә алырмы ул?! Бер ни тиклем уйланып йөрөгәс, күрше генә йәшәгән Фәрит ағайға кейәүгә сығырға ризалығын бирә, етемдәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, уларға әсә йылыһын һәм наҙын өләшә. Кемдәрҙелер аптыратып, кемдәрҙелер көнләштереп татыу ғына донъя көтөп китә Янбаевтар. Йәш ғаиләгә ҡот өҫтәп, бер-бер артлы балалар донъяға килә – Зөбәйлә менән Филҡәт янына Ғөбәйҙә, Ғәбиҙә, Фәнис һәм Илгизде алып ҡайталар. 60-сы йылдар башында “Сибай” совхозында төрлө эштәрҙә йөрөгән Ғәшүрә апай артабан фермала быҙау ҡараусы, һауынсы булып китә. Эшкә талымһыҙ, нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән ҡатын ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр саҡ алдынғылар рәтендә була. Хужалыҡ етәкселеге һәм ауыл халҡы уның тырышлығын тейешенсә баһалай. Ғәшүрә Хәйбулла ҡыҙы дүрт йыл рәттән Сибай ауыл Советы депутаты, ун йыл Баймаҡ район Советы депутаты итеп һайлана, район малсылары араһында чемпион булып таныла, бик күп маҡтау грамоталарына, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була. Уңған ҡатын үҙен тапшырылған эште еренә еткереп атҡарырға ла, ишле ғаиләһен ҡарарға ла, ауыл ҡатындарының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ донъя эштәренә лә өлгөрә. Бөгөн Ғәшүрә Хәйбулла ҡыҙы Янбаеваның күкрәген “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биҙәй.

Ғаилә башлығы Фәрит Харрас улын да тырыш, егәрле уҙаман итеп беләләр Иҫке Сибайҙа. Ҡәһәрле һуғыш йылдарында 12 йәшенән колхозда ат ҡараусы булып эшләгән малай бар ғүмерен “Сибай” совхозы производствоһына бағышлай.35 йәшендә партия сафына ингән ир “коммунист” исемен ғорур йөрөтә, малсылыҡта үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеүгә өлгәшә. Бик күп маҡтау грамоталары, “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” билдәләре, “Почет билдәһе” ордены, “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы быға асыҡ дәлил. “Хеҙмәт ветераны” булған Фәрит Харрас улы, тыл ветераны булараҡ, Бөйөк Еңеүҙең юбилей миҙалдарын да ҡыуанып таға күкрәгенә. 2015 йылда 87 йәшендә таҙа намыҫ менән баҡый донъяһына күсә ветеран...

Бөгөн Ғәшүрә апай ҡыҙы Ғөбәйҙәнең ғаиләһе менән матур донъя көтә. Ул-ҡыҙҙарына аҡыллы кәңәштәрен биреп, һәр береһенең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй ветеран!

Туҡһан йәшкә ҡәҙәр генә

Кешелә сәс ағара, ти...

Туҡһандарҙы уҙып киткәс,

Ул яңынан ҡарала, ти,

Йәндә һөйөү ярала, ти,

Кеше вообще яңыра, ти...

Туҡһанғаса йәшәһәк тә

Туҡһан тапҡыр йәшәмәйбеҙ...

Байрам итеп ғүмерҙәрҙе,

Байрам итәйек йәшәүҙе беҙ!

Оло юбилейың ҡотло булһын, Ғәшүрә Хәйбулла ҡыҙы! Йәштәр өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө булып, йәшә лә йәшә әле яҡты донъяла! Бит һинең ғүмер юлың һикәлтәләрһеҙ, еңел генә үтмәгән. Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, аттай егелеп эшләү, бала ҡайғыһы – былар барыһы ла һинең башыңдан үткән һынауҙар... Шуға ла ауылдаштарың, күрше-күләнең, туғандарың алдында һинең абруйың ҙур, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең һинең менән ғорурланып йәшәй! Юбилейың менән ихлас ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, балалар, туғандар теүәллеге, йән тыныслығы теләйбеҙ!

Мотал Рәмов,

РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы.

90 бит ул бары һан ғына...
90 бит ул бары һан ғына...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: