Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Ғинуар 2023, 10:10

Мидхәт Ғариф улы Иҙелбаев

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

 

Мидхәт Ғариф улы Иҙелбаев, Ишбирҙе ауылынан (96 йәш, 1927 йылда тыуған):

1. Әйткәндәй, минең ҡыҙым Фәнүр ҙә “Ҡуян” йылында – 1951 йылда тыуған. Шуға күрә икебеҙҙе лә сағыштырып әйтә алам. “Ҡуян”дар алдашыуҙы, урлашыуҙы яратмай. Үҙҙәренә йөкмәтелгәнгә бик яуаплы ҡарайҙар. Дуҫтарҙы ла һайлап ҡына алалар. Улар эшһөйәр кешеләр. Мин 7 йәшемдән эшләй башланым. Тәүҙә Баймаҡ ҡалаһында ул ваҡыттағы машиналар эшләү заводында хеҙмәт иттем. Һуңынан әсәйем ҡаты ауырып китеү сәбәпле, Ишбирҙегә ҡайттым. Балта оҫтаһы булараҡ, оҫтаханала эшләнем. Кешене рәнйетеүҙән ҡурҡам. Ауыл Советы депутаты булып һайланған ваҡытта, низағтарға ҡатнашмаҫ өсөн, кеше ялыу менән килһә, йәшенеп ҡала торғайным. Минең өсөн уларҙың барыһы ла бер: ябай кеше лә, түрә лә.

2. Йоҡларға яратмайым, иртәнге сәғәт 5-тә үк тора торғайным. Әле лә шулай.

3. Балалар бәләкәй саҡта Яңы йылды шыршыһыҙ ҡаршыламай торғайныҡ. Бүләк бирергә яраттым. Йәшерәк саҡта үҙ ҡулдарым менән эшләп бирә торғайным. Бер йыл Фәнүр ҡыҙыма саңғы бүләк иткәйнем, эй ҡыуанып ҡабул итте. Көн дә саңғыға баҫып, урман буйлап шыуып килә торғайны.

4. Ошо йәшемә етеп, тағы ла бер Яңы йылды ҡаршылау үҙе мөғжизә түгелме ни?

Мидхәт Ғариф улы Иҙелбаев
Мидхәт Ғариф улы Иҙелбаев
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: