Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
4 Ғинуар 2023, 12:50

ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

ҒИНУАР ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр. Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер. Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр. *Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер. * Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр». * Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июлдә ямғырлы килер. * Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә, сатнама һыуыҡтарға. Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара. Әгәр инде көтмәгәндә күк күкрәһә, көслө ел сығыуын көт тә тор.

ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР

*ҒИНУАР ҡоро килһә, крәҫтиән мул уңыш алыр. Әгәр ғинуар айында ҡара ер ятһа, икмәккә ҡытлыҡ килер. Боҙбармаҡтар күп булһа, уңыш та мул булыр.

*Ғинуарҙа һыуыҡ булһа, июль ямғырһыҙ һәм эҫе килер. Бәшмәк көҙ һуңында ғына үҫер.

* Ғинуарҙа «март етһә», мартта ғинуар «булыр».

* Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июлдә ямғырлы килер.

* Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә, сатнама һыуыҡтарға. Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара. Әгәр инде көтмәгәндә күк күкрәһә, көслө ел сығыуын көт тә тор.

*Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.

*Сәүкәләр өймәкләшеп осһа, һауа торошо яҡшырыуға.

*Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыуға. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.

* Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.

* Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға. Ут дөрләп янһа – әсе һыуыҡтарға, насар һөрәһә – көндөң епшеүенә. Мейестәге ут ялҡынланып янһа – әсе һыуыҡҡа, аҡһыл төтөнләнеп торһа – көн йылытыуға. Торба шаулаһа – әсе һыуыҡтарға.

* Һарайҙа ат бесән өҫтөнә ятһа, епшек көнгә. Ат «хырылдаһа», көслө буранға.

* Төндә әтәс ҡысҡырһа – көндәр йылыныуға. Тауыҡтар оса башлаһа ла, әсе һыуыҡтарға. Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа ла, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, һыуҙа йыуына башлаһа – тиҙҙән йылытыр.

*Турғайҙар тауыҡ ояһынан мамыҡ, ҡанат йыя башлаһа – сатнама һыуыҡтарға. Әгәр инде турғайҙар ағаста шым ғына ултырһа – елһеҙ генә ҡар яуыр. Өймәкләшеп ҡарғалар, сәүкәләр күк йөҙөндә өйрөлһә, күп итеп ҡар яуыр. Ҡарғалар тубы менән ҡарҡылдашһа, тиҙҙән һыуытыр. Ҡарға төшкөһөн төньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – әсе һыуыҡҡа, көньяҡҡа ҡарап ҡарҡылдаһа – епшек көнгә.

* Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа –тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.

*Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.

* Ҡышҡы ҡояш үгәй әсә менән бер – яҡтырта, әммә йылы бирмәй.

* Яңы йыл етеү менән бер аяғың яҙға баҫыр. Ғинуарҙа ҡарҙың күп булыуы – ямғырлы йәйгә. Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр. Ғинуарҙа ай тыуыуы – һауа торошоноң үҙгәреүенә.

 

ҒИНУАРҘА БАЙРАМДАР

 

1 – Яңы йыл байрамы

– Халыҡ-ара тыныслыҡ теләү көнө.

3 – Коктель эсә торған таяҡсалар көнө.

4 – Ньютон көнө.

7 – Раштыуа байрамы.

9 – Ҡар бабайҙың тыуған көнө.

10 – Һижри иҫәп менән Яңы йыл (2008).

11 – Рәсәйҙә Ҡурсаулыҡтар көнө.

– Бөтә Донья «рәхмәт әйтеү» көнө.

12 – Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө.

13 – Рәсәй Матбуғаты көнө.

14 – Иҫке Яңы йыл

17 – Балаларҙың уйлап табыу эшмәкәрлеге көнө.

21 – Рәсәй Федерацияһы Инженер ғәскәрҙәре көнө.

– Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө.

23 – Почерк (ҡул менән яҙыу) көнө.

25 – Рәсәй студенттары көнө.

27 – Бөтә Донъя таможня көнө.

28 – Халыҡ-ара Персональ белешмәләрҙе һаҡлау көнө.

30 – Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу көнө.

31 – Халыҡ-ара ювелир көнө.

Ғинуарҙың өсөнсө йәкшәмбеһе – Бөтә Донъя Дини көн.

– Бөтә Донъя ҡар көнө.

– Халыҡ-ара спорттың ҡышҡы төр уйындары көнө.

Ғинуарҙың һуңғы йәкшәмбеһе – Интернетһыҙ көн.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: