Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Ғинуар 2023, 10:10

Рәшиҙә Йәмлих ҡыҙы Баһауетдинова

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

 

Рәшиҙә Йәмлих ҡыҙы Баһауетдинова, Күгиҙел ауылынан, хаҡлы ялда (1939 йылда тыуған):

1. Ҡуян - бик тыныс, таҙа хайуан. Етеҙ, бер урында тик торорға яратмайҙар. Кеше эшен яратмайбыҙ, башҡалар уйлағансы, эшләп тә ҡуябыҙ.

2. Ҡуян һымаҡ мин дә иртә менән торорға яратам. Башҡалар уянып торғансы, ярты эшемде бөтөрәм.

3. Яңы йылды ҡаршылағанда иң беренсе өйөбөҙҙө тәртипкә килтерәбеҙ. Иҫке йылдың бер туҙаны ла ҡалмаҫҡа тейеш. Байрам табынына төрлө-төрлө эслектәр менән бәлеш бешерергә яратам. “Ҡуян”дар бит һайланып ҡына ашай. Ғаиләмде магазиндан һатып алынған менән түгел, ә үҙем бешергән ризыҡ менән һыйлауға өҫтөнлөк бирәм.

4. Һәр аҙымды иҫәпләп баҫырға өйрәнгәнлектән, бер генә мажараға ла осрағаным булманы, тип әйтергә мөмкин.

Рәшиҙә Йәмлих ҡыҙы Баһауетдинова
Рәшиҙә Йәмлих ҡыҙы Баһауетдинова
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: