Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Ғинуар 2023, 10:10

Минзәлә Әбүталип ҡыҙы Күсәбаева

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

 

Минзәлә Әбүталип ҡыҙы Күсәбаева, Иҫке Сибай ауылынан, хаҡлы ялда (1951 йылда тыуған):

1. “Ҡуян”дар ҡурҡаҡ инде ул, һәр аҙымымды үлсәп кенә баҫам. Шуның өсөн дә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеү ауырлыҡ менән бирелә.

2. Элек иртә менән тора торғайныҡ инде. Ҡәйнә менән йәшәнем бит. Әллә шуға, әллә үҙем шулай шәп булдым. Иртә менән тороп, йорт-ҡура тирәһендәге эште бөтөрөп, эшкә йүгерә торғайным. Тырышлығым менән донъя көттөм. Шәлен дә бәйләнем, башҡаһын да. Хәҙер ҙә ҡул эштәре менән булышам.

3. Элек балалар менән зыҡ ҡубып Яңы йылды ҡаршылай торғайныҡ. Хәҙер тыныс ҡына үҙ өйөмдә ултырырға яратам, ҡуян кеүек боҫоп ҡына.

4. Бер мөғжизәгә лә тарығаным булманы. Беҙ бит - “Ҡуян”дар.

Минзәлә Әбүталип ҡыҙы Күсәбаева
Минзәлә Әбүталип ҡыҙы Күсәбаева
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: