Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
2 Ғинуар 2023, 10:10

Земфира Хәсән ҡыҙы Яхина

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

 

Земфира Хәсән ҡыҙы Яхина, район хакимиәтенең дөйөм бүлек мөдире (1975 йылда тыуған):

1. “Ҡуян”дар – етеҙ кешеләр, атлап түгел, йүгереп йөрөргә ярата. Иғтибарлы, егәрле, ҡуйылған эште аҙағына ҡәҙәр алып барып еткереп ҡуялар. Бик ҡунаҡсыл, кеше менән аралашырға, яңы танышлыҡ булдырырға яраталар. Шул уҡ ваҡытта улар бик сабыр ҙа. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләләр, һәр ваҡыт ярҙам итергә ынтылып торалар.

2. Юҡ, был минең турала түгел. Мин иртә торорға яратмайым.

3. Яңы йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршы алырға яратабыҙ.

4. Бер йыл Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнеп бөтөп көтөп ултырһаҡ, берәүҙәр ишек туҡылдата. Ҡараһаҡ, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу. Балаларҙан шиғыр һөйләтеп, күстәнәстәр биреп ҡыуандырып сығып киттеләр. Таныманыҡ кемдәр икәнен. Матур итеп кейенеп, грим һалып, тауыштарын үҙгәртеп тороп һөйләштеләр. Сығып киткәстәр, бер-беребеҙҙән кемдәр булды ул, тип һораша башлаһаҡ, аптырауға ҡалдыҡ. Мин уйланым тормош иптәшем саҡырған, тип, ә ул мин саҡырған, тигән. Балалар ҙа ундай сюрприз әҙерләмәгән булып сыҡты. Ике көндән һуң ғына белеп ҡалдыҡ, үҙебеҙҙең ғаилә дуҫтарыбыҙ Ҡасҡыновтар булған. Беҙҙең өсөн көтөлмәгән байрам бүләге булды был.

Земфира Хәсән ҡыҙы Яхина
Земфира Хәсән ҡыҙы Яхина
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: