Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
2 Ғинуар 2023, 18:25

Фуат Әхмәт улы Сәйетов

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

 

Фуат Әхмәт улы Сәйетов, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы (1963 йылда тыуған):

1. Үҙемдән генә алып әйткәндә, башланған эште аҙағына ҡәҙәр алып барып еткерергә тырышам. Һөҙөмтәһен күрһәм шундай ҙур ҡыуаныс кисерәм. Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы булараҡ, халыҡ мәнфәғәте хаҡына эшләргә тырышам. Йылдар буйына һуҙылып килгән ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәштем. Мәҫәлән, “зәңгәр яғыулыҡ” 22 йыл элек ауылдың бер генә урамынан үткән ине. Хәҙер ул һәр өйгә тиклем барып етте. Шулай уҡ Һаҡмар йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндерҙек. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса күп эштәр башҡарылды. “Ҡуян”дарҙы башҡалар менән сағыштырып ҡарағаным да юҡ. Ғөмүмән, уға әһәмиәт бирмәйем.

2. Йоҡларға яратмайым, эш көнө минең иртәнге сәғәт 6-ла уҡ башлана.

3. Яңы йылды йыл да ғаиләм, балаларым менән бергә ҡаршы алабыҙ. Алыҫтан балаларыбыҙ күстәнәстәрен тейәп ҡайтып төшә. Шул үҙе бәхет түгелме ни?

4. Һәр аҙымымды үлсәп кенә баҫа торған кеше булараҡ, бер ниндәй мажараға тарығаным булманы. Ләкин шуныһы – мин 1 ғинуарҙа тыуғанмын. Был көндө Яңы йылды ҡаршылап, үҙемдең ғүмер байрамымды гел онотам. Кеше ҡотлай башлаһа ғына иҫкә төшә.

Фуат Әхмәт улы Сәйетов
Фуат Әхмәт улы Сәйетов
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: