Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
1 Ғинуар 2023, 12:00

Мәликә Фәнил ҡыҙы Мортазина

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

Көнсығыш календары буйынса 2023 йыл – Ҡуян йылы. Ҡара Һыу Ҡуяны киләсәк! Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуған “Ҡуян”дар үҙ йылын нисек ҡаршылай икән? Ниндәй мөғжизә көтәләр? Шуларҙы асыҡлау маҡсатында, “Ҡуян”дарға түбәндәге һорауҙарҙы бирҙек.

1. Кем ул - “Ҡуян”дар? Башҡа йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙан нимәһе менән айырыла?

2. “Ҡуян”дар иртә таң менән уяна, тиҙәр, дөрөҫмө?

3. “Ҡуян”дарҙың ғаиләһе Яңы йылды ниндәй ғөрөф-ғәҙәттәр менән ҡаршы ала?

4. Ниндәй Яңы йыл мажараларына тарығандар?

 

Мәликә Фәнил ҡыҙы Мортазина (2011 йылда тыуған), Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбенең 5-се “а” класында белем ала:

1. “Ҡуян”дар – бик әүҙем кешеләр. Ыңғырашмай ғына үҙ маҡсатына ирешергә яраталар. Үҙемдән алып әйткәндә, мәктәптә уҙғарылған математика, рус теле, башҡорт теле, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү фәндәренән олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланым. Башҡалар хаҡында әйтә алмайым, ә бына “Ҡуян”дар – дуҫ һәм берҙәм халыҡ.

2. Әллә инде, аныҡ ҡына әйтә алмайым. Әммә каникул ваҡытында гел генә иртә менән торам. Ә бына уҡыуҙар ваҡытында урынымдан тороп китеүе ауырыраҡ. Һуҙылып, иркәләнеп ятып алам.

3. Яңы йылды күберәк өйҙә ҡаршылайбыҙ, ҡайһы ваҡыт Ниғәмәткә өләсәйемдәргә барабыҙ.

4. Былтыр беҙҙең өйгә көтмәгәндә Ҡыш бабай килеп инде. Шиғыр һөйләтеп, мандарин биреп, ҡыуандырҙы. Һуңынан уның күрше өйҙә йәшәгән ағай икәнен белеп ҡалдыҡ. Ләкин беҙҙең өсөн был көтөлмәгән мөғжизә булды.

Мәликә Фәнил ҡыҙы Мортазина
Мәликә Фәнил ҡыҙы Мортазина
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: