Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
30 Декабрь 2022, 11:30

"Мөғжизә көтә һәр йөрәк!"

Күгиҙел ауылында Яңы йыл байрамы!

Яңы йыл алдынан Күгиҙел ауылының оло йәштәгеләре өсөн тәүге мәртәбә "Яңы йыл- шыршы байрамы" үткәрелде. Хәҙерге ҡатмарлаша барған донъя хәлдәренән күптән кәйефһеҙләнә төшкән ололарҙы китапханасы һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡыҙҙары йәнле байрамға йыйып алдылар. Яңы йыл костюмында килгәндәр ҙә бик күп булды: шыршы янында үҙ йылы менән хушлашыусы тигр ҙа, Яңы йыл хужаһы буласаҡ ҡуяндар ҙа, Маша, сысҡан һәм һәр төрлө урман йәнлектәре лә бергәләп Иҫке йылды оҙатырға, яңыһын ҡаршыларға йыйылғайны.Күмәкләшеп әйлән-бәйләндә өйрөлөп, тыпыр-тыпыр тыпырлашып, баласаҡта йырлаған йырҙарҙы йырлап, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, Яңы йылды күтәренке кәйефтәр менән башлап ебәрҙек. Ойоштороусылар тарафынан “Тылсымлы бүләк” уйынын да уйнап, оло йәштәгеләр һәләттәрен дә күрһәттеләр. Байрамдың йәме булған, ветерандар советы рәйесе Әхәт ағай Урмантаев килгән ҡунаҡтарҙы ҡотлап, дәртле йырҙарын бүләк итте, йырлатты,бейетте. Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сания Әхмәтзыя ҡыҙы Манапова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, йыллыҡ эштәрен ҡыҫҡаса һөйләп үтте һәм быйылғы йылда 70 йәшлек юбилейҙарын үткәреүсе инәйҙәргә бүләктәр тапшырҙы (спонсор Зилә Сирусина). Ниндәй шыршы байрамы Ҡыш бабай (Инсаф Даутбаев) һәм Ҡарһылыуһыҙ ( Гөлнира Ғүмәрова) булһын инде?! Улар беҙҙең байрамға ла килеп еттеләр: халыҡ таланттарын ҡаранылар, тәмле күстәнәстәрен тараттылар, халыҡ менән бергә бейенеләр,йырланылар. Тәүге тапҡыр ғына үткәрелеүгә ҡарамаҫтан байрам бик ойошҡанлы һәм дәртле үтте. Ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен һәм алдағы йылдарҙа ла ҡабатланһын ине тигән теләктәрен еткереп таралыштылар улар.

Әлиә Даутбаева

"Мөғжизә көтә һәр йөрәк!"
"Мөғжизә көтә һәр йөрәк!"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: