Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
28 Декабрь 2022, 11:41

Яңы йылға 3 көн ҡалған

Яңы йылға ҡалды бик аҙ,  Бары өс көн генә.  Яңы асыштар теләйем  Дуҫтарым һеҙгә.  Бәхет, шатлыҡ,  Ҡыуаныстар,  Һаулыҡ, ҙур байлыҡ,  Кошелекта ятһын гелән  Аҡса, бер тайлыҡ.  Мөхәббәттә үтһен ине  Алдағы көндәр. 

Яңы йылға 3 көн ҡалған
Яңы йылға 3 көн ҡалған

Яңы йылға ҡалды бик аҙ,
Бары өс көн генә.
Яңы асыштар теләйем
Дуҫтарым һеҙгә.
Бәхет,шатлыҡ,
Ҡыуаныстар,
Һаулыҡ, ҙур байлыҡ,
Кошелекта ятһын гелән
Аҡса, бер тайлыҡ.
Мөхәббәттә үтһен ине
Алдағы көндәр.
Сыланмаһын күҙ йәшенән
Төндәрен мендәр.
Балаларың ҡыуандырып
Йышыраҡ ҡайтып торһон,
Өҫтәлдәр ҙә һый-хөрмәттән
Һығылып торһон.
Эштәрегеҙ торһон гөрләп,
Аҡсаһы килһен тоҡлап.
Уйнап - көлөп, шат йәшәгеҙ,
Ятмағыҙ йоҡлап.
Яңы йылда яңы тормош
Башланһын әйҙә.
Тышта буран булһа булһын
Булмаһын өйҙә.
Был СВО тигән әфәт
Бөтһөн тиҙерәк.
Имән ҡайтһын ир-егеттәр!
Иң мөһим теләк.
Яңы йылға өс көн ҡалды...
Бөтмәҫ теләктәр...
Теләктәрем сын күңелдән,
Ҡайнар йөрәктән.
Айһылыу Якушева

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: