Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Декабрь 2022, 18:00

Яңы йылды нисек ҡаршыларға?

  Иң тылсымлы һәм мөғжизәле булған төн яҡынлаша. 2023 йылды нисек ҡаршыларға? Өйҙә нисек биҙәргә? Өҫтәлгә ниндәй ризыҡтар ҡуйырға? Әйҙәгеҙ, ошо турала һөйләшеп алайыҡ. Көнсығыш календары буйынса Яңы 2023 йыл төҫө – ҡара, билдәһе һыу булған йорт ҡуяны йылы. Бындай йорт ҡуяны тыныслыҡты һәм тынлыҡты ярата. Был йылда тыуғандар яйса ғына тормош алып бара, тыныс ҡына урында дуҫтары менән һөйләшеп ултырырға һәм романтиканы ярата, уларҙан бик шәп ғаилә башлығы һәм йорт хужабикәһе сыға. Йорт ҡуяны йылы күптәр өсөн уңышлы булмаҡсы. Был, айырыуса, романтикаралашыуҙарға һәм ғаилә бәйләнешенә ҡағыла. Тормоштоң башҡа өлкәләре лә шатлыҡ килтерһен өсөн Яңы йыл төнөн дөрөҫ итеп үткәрер кәрәк, ти астрологтар. Әйҙәгеҙ, кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ. Яңы 2023 йылды яҡындарың һәм яратҡан кешеләрең менән генә ҡаршы алыу отошло булыр. Байрам табынына тәүге тапҡыр күрешкән һәм үтеп барған кешеләрҙе саҡырмаҫҡа тырышығыҙ. Йорт ҡуяны Бесәй кеүек үк көтөлмәгән сюрприздарҙы өнәп етмәй. Әгәр Яңы йылды өйөгөҙҙә ҡаршы алырға теләмәһәгеҙ, ата-әсәйегеҙгә, яҡын туғандарығыҙға барығыҙ.  

Яңы йылды нисек ҡаршыларға?
Яңы йылды нисек ҡаршыларға?

Иң тылсымлы һәм мөғжизәле булған төн яҡынлаша. 2023 йылды нисек ҡаршыларға? Өйҙә нисек биҙәргә? Өҫтәлгә ниндәй ризыҡтар ҡуйырға? Әйҙәгеҙ, ошо турала һөйләшеп алайыҡ.

Көнсығыш календары буйынса Яңы 2023 йыл төҫө – ҡара, билдәһе һыу булған йорт ҡуяны йылы. Бындай йорт ҡуяны тыныслыҡты һәм тынлыҡты ярата. Был йылда тыуғандар яйса ғына тормош алып бара, тыныс ҡына урында дуҫтары менән һөйләшеп ултырырға һәм романтиканы ярата, уларҙан бик шәп ғаилә башлығы һәм йорт хужабикәһе сыға.

Йорт ҡуяны йылы күптәр өсөн уңышлы булмаҡсы. Был, айырыуса, романтикаралашыуҙарға һәм ғаилә бәйләнешенә ҡағыла. Тормоштоң башҡа өлкәләре лә шатлыҡ килтерһен өсөн Яңы йыл төнөн дөрөҫ итеп үткәрер кәрәк, ти астрологтар. Әйҙәгеҙ, кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Яңы 2023 йылды яҡындарың һәм яратҡан кешеләрең менән генә ҡаршы алыу отошло булыр. Байрам табынына тәүге тапҡыр күрешкән һәм үтеп барған кешеләрҙе саҡырмаҫҡа тырышығыҙ. Йорт ҡуяны Бесәй кеүек үк көтөлмәгән сюрприздарҙы өнәп етмәй. Әгәр Яңы йылды өйөгөҙҙә ҡаршы алырға теләмәһәгеҙ, ата-әсәйегеҙгә, яҡын туғандарығыҙға барығыҙ.

Йыл уңышлы килһен өсөн өйҙө йомшаҡ тондарҙа биҙәгеҙ. Сағыу, күҙгә ныҡ ташланған төҫтәрҙән баш тартығыҙ һәм күк, йәшел, алтын, шоколад төҫөндәгеләргә өҫтөнлөк бирегеҙ.

Бүлмәлә шыршы торһон. Шулай уҡ Яңы йыл табынына тере сәскәләр, бүлмә гөлөн ултыртырға мөмкин.

2023 йылды ҡаршы алғанда өҫтөгөҙгә кейгән кейемдә ҡара, күк һәм тәбиғи төҫтәр (ҡом, бойҙай, яҙғы йәшел, көрән, ҡыҙыл балсыҡ, таң төҫө, терракот, гәрсис; йомшаҡ ярым тон – һоронан алып ҡуйы ҡыҙыл төҫкә тиклем) булһа, йорт ҡуяны үҙен иркен тотор. Шулай уҡ ялтырап торған төҫтәрҙән дә баш тартмағыҙ. Был бит Яңы йыл төнө!

Ә бына күн һәм йәнлек тиреһенән тегелгән кейемдәрҙән баш тартығыҙ.

Әгәр һеҙ Яңы йыл табынында ултырған һәр кемде бүләктәр менән һөйөндөрөргә теләһәгеҙ, татлы бүләктәрҙе матур ҡумтаға һалып бирегеҙ, шулай уҡ брелоктар һәм сувенирҙар ҙа шәп бүләк икәнен онотмағыҙ! Өйөгөҙҙә эшләнгән фотозона ла байрамдың шәп хәтирәһе булып ҡалыр!

Яңы йыл табынында ҡуян итенән бешерелгән ризыҡтарҙан баш тартығыҙ. Бының урынына башҡа төрлө иттән, балыҡтан булғандарын ҡулланығыҙ. Өҫтәлдә мотлаҡ йәшелсә, еләк-емеш, еңелсә йәшелсә салаттары, балыҡ ризыҡтары өҫтөнлөк бирегеҙ. Ныҡ малы, ауыр аш-һыуҙан баш тартып, еңелсә ҡабымлыҡтарҙа туҡтап ҡалығыҙ. 

Эльмира Кейекҡужина әҙерләне. 

 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: