Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
3 Декабрь 2022, 19:00

Тыуған иленең ысын патриоты

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың арҙаҡлы улы, һоҡланғыс шәхес, райондың түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәй мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, талантлы етәксе һәм башҡа бик күп исемдәргә лайыҡ булған Рим Йәнбирҙин үҙенең олпат ғүмер байрамын билдәләне. Юбилей уңайы менән Ҡаратал ауылында ҙур тантана ойошторолдо...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Ошо көндәрҙә районыбыҙҙың арҙаҡлы улы, һоҡланғыс шәхес, райондың түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәй мәғариф отличнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, талантлы етәксе һәм башҡа бик күп исемдәргә лайыҡ булған Рим Йәнбирҙин үҙенең олпат ғүмер байрамын билдәләне. Юбилей уңайы менән Ҡаратал ауылында ҙур тантана ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, район Советы секретары Рөстәм Сәйетов, мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе Динара Сәйғәфәрова, Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Марс Әбүбәкиров, район ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Әхмәтова, бергә эшләгән дуҫтары, коллегалары, класташтары, ауылдаштары, урындағы үҙидара органдары, ауыл хужалығы өлкәһе, мәғариф ветерандары Кирәй Кәйекбирҙин, Хәлит Сөләймәнов, Рауил Йәнсурин, Зәйнетдин Тимербулатов, Рафаэль Байрамғолов, Рәхмәтулла Исҡужин һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар ҡатнашты. Ҡасандыр үҙе эшләп киткән Покровка, Йомаш, Билал мәктәптәренән делегациялар килде. Шулай уҡ төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаған уҡыусылары, ҡасандыр бергә уҡыған класташтары һәм курсташтары ла был көндө көтөп алынған ҡунаҡ булды.

Рим Сөләймән улы Ҡыуат ауылында тыуып үҫкән. Аҡморон урта мәктәбен тамамлағас, “Баймаҡ” совхозының Ҡаратал бүлексәһендә механизатор булараҡ хеҙмәт юлын башлай. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Йомаш мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Маҡсатына ынтылыусан, талантлы егетте уҡытыу буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1986 йылда яңы төҙөлөп ятҡан Покровка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Йәштәрҙән көслө коллектив туплап, ең һыҙғанып эшләп йөрөгәнендә, 1988 йылда, һайлау буйынса, Йомаш мәктәбенә директор булып ҡайта. 1988 йылдан мәктәп коллективын етәкләй. Киң даирәле, алдынғы ҡарашлы белгесте “Һаҡмар” колхозына партия комитеты секретары итеп ҡуялар. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, 1991 йылда уны артабан Билал мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Бында ул ижади ҡарашлы педагогик коллектив тупларға өлгәшә. Төрлө фәндәрҙән белем биргән уҡытыусыларҙың эшмәкәрлегенә заманса эш иткән талаптарҙы индереүгә өлгәшә, өҫтәмә белем биреү системаһы барлыҡҡа килә. Балалар хәрәкәтенә яңы йүнәлеш бирә. Ата-әсәләр комитетының ролен күтәреүгә өлгәшә. Өмөтбай, Таһир, Күгиҙел, Әбйәлил районының Амангилде мәктәптәре коллективтары менән бергә эшләп, педагогик тәжрибә уртаҡлашыу эшен башлап ебәрә. Артабан талантлы ойоштороусы, бай тәжрибә туплаған педагог, етәксе, коллектив менән эшләү үҙенсәлеген яҡшы аңлап эш иткән, заманса технологиялар, методиканы яҡшы белгән Рим Йәнбирҙинды Ҡаратал мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр һәм бөгөн дә ул ошонда уңышлы эшләй. Шул уҡ ваҡытта 1999-2002 йылдарҙа Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы булып та эшләп өлгөрә. Ләкин ул ғүмерлек һөнәренә тоғро ҡала һәм ҡайтанан мәктәпкә ҡайта. Бар яҡлап өлгөр, талапсан һәм башҡаларҙан да шуны талап иткән Рим Сөләймән улы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр Йомаш, Аҡморон ауыл Советтарына, Баймаҡ ҡала Советына депутат итеп һайлана. Аҡморон ауыл биләмәһе башҡорттарының Ҡоролтай рәйесе итеп тәғәйенләнә. Быйыл иһә уға тағы ла яуаплыраҡ эш йөкмәтелә – райондың түңгәүер ырыуының ҡор башы вазифаһы йөкмәтелә.

- Бөгөн беҙ Рим Сөләймән улына ҡарап, һоҡланып бөтә алмайбыҙ, - тине район хакимиәте башлығы Фәнисә Әминев. - Бер кешелә шул тиклем күп яҡшылыҡ сифаттары һыйған – аҡыл, мөләйемлек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел... Һеҙгә тиңләшке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйә. Һеҙҙең кеүектәргә олоһо ла, кесеһе лә ынтыла. Үткән йылдар өсөн ҡайғырмағыҙ, ҡыштар килә лә китә, ә кешенең эшләгән эше ҡала. Һеҙҙең дә районыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарған эшегеҙ бихисап.

Артабан Фәнис Ғәбдрәшит улы Рим Сөләймән улына “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” маҡтаулы билдәһен тапшырҙы.

Байрам сәхнәһенә артабан юбилярҙың туғандары, дуҫтары, коллегалары күтәрелде. Уларҙың барыһы ла Рим Йәнбирҙин хаҡында бары тик изге һүҙҙәр генә әйтеп, иң яҡшы теләктәрен еткерҙе. Был көндө тағы ла бер ханымға ҡарата рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ул – Рим Сөләймән улының әсәһе Сәхипъямал Миңлеғәле ҡыҙы. Юбиляр матур тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырған ҡәҙерле кешеһенә рәхмәтен әйтте һәм Әсә көнө уңайы менән әсәһенең иңенә яулыҡ япты.

Ысынлап та, Рим Йәнбирҙин үҙенең тормошонда еңел юл эҙләмәй. Киреһенсә, уның һәр аҙымы көрәштән тора, тип әйтергә була. Халҡына, ауылдаштарына хеҙмәт итеү өсөн, асылмаҫтай ишектәрҙе лә еңел үтеп инеп, хәл итәһе мәсьәләнең осона барып етеп ҡуйырға өлгәшә. Тап шундай ныҡыш булғаны өсөн дә ауылдаштары, коллегалары уны хөрмәт итә лә инде. Тап шундай сифаттары өсөн дә Рим Сөләймән улын ауылдаштары староста итеп һайлаған һәм яңылышмаған. Йыл һөҙөмтәләре буйынса ул бер нисә тапҡыр район кимәлендә уҙған хеҙмәт алдынғылары бәйгеһендә “Йыл старостаһы” һәм “Йыл ҡоролтайы рәйесе” исеменә лайыҡ булды. Төрлө кимәлдәге уҡытыусылар съезында, ҡоролтай ултырыштарында Баймаҡ районы делегацияһы составында ҡатнаша.

Байрам сәхнәһе йыр-бейеү менән бергә үрелеп барҙы. Урындағы “Ағинәйҙәр”, уҡытыусылар һәм уҡыусылар, Йомаштан Зөлфиә Тимербулатова, Баймаҡтан Рауил Йәнсурин, Ҡараталдан Сәлимә Йәндәүләтова, Иҙел Вәлиев, Гөлдәр Янбаева, Ирек Нурлығаяновтарҙың моңло йырҙары, Сәғит Әлибаевтың, Аҡйондоҙ Күсәрбаеваның һәм 7-се класс уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре сараның бер биҙәге булып, Рим Сөләймән улына бағышланған ине.

Тыуған иленең ысын патриоты
Тыуған иленең ысын патриоты
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: