Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
22 Ноябрь 2022, 10:32

Коллегаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Бөтә донъя телевидение көнө уңайы менән Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин һәм Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөтә донъя телевидение көнө уңайы менән Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин һәм Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры Гүзәл Салихова Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне.

- Бөгөн телевидение хеҙмәткәрҙәрен райондың төрлө мөйөштәрендә күрергә мөмкин, - тине Азамат Мөхәмәтшин. - Район тормошон, халыҡтың йәшәйешен, социаль инфраструктураһын, ауыл хужалығын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм башҡа өлкәгә ҡағылышлы репортаждар киң яҡтыртыла. Улар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла йыш эфирға сыға. Шундай әүҙем эшләгән коллегаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Артабан Азамат Салауат улы үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған коллегаларыбыҙ Рүзилә Ғүмәроваға, операторҙар Рим Йәнтүринға, Венер Ямалетдиновҡа Баймаҡ журналистар ойошмаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Гүзәл Салихова Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге коллективы исеменән телевидение хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп, матур теләктәрен еткерҙе.

Лилиә ТАКАЕВА.

Коллегаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Коллегаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: