Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
10 Ноябрь 2022, 13:50

Өйҙә лә, илдә лә тыныслыҡ булһын

Илгиз Юнысбаев Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенә 1994 йылда килә. Хеҙмәт юлын ул патруль-пост хеҙмәтендә башлай. Талапсан һәм башҡаларҙан да шуны талап иткән, һәр эште аҙағынаса башҡарырға тырышҡан егетте артабан 2007 йылда Йылайыр ауыл биләмәһенә участка уполномоченныйы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөгөн уның ҡарамағында ете ауыл. Был уға тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй...Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Илгиз Юнысбаев Сәйғәфәр ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлағас, хәрби хеҙмәткә алына. Магадан өлкәһендә ил сиге һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Бәлки, тап шуның өсөн дә ул үҙен халыҡтың именлеген һаҡлау хеҙмәтенә арнарға ҡарар иткәндер.

Илгиз Юнысбаев Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса эске эштәр бүлегенә 1994 йылда килә. Хеҙмәт юлын ул патруль-пост хеҙмәтендә башлай. Талапсан һәм башҡаларҙан да шуны талап иткән, һәр эште аҙағынаса башҡарырға тырышҡан егетте артабан 2007 йылда Йылайыр ауыл биләмәһенә участка уполномоченныйы итеп тәғәйенләйҙәр. Бөгөн уның ҡарамағында ете ауыл. Был уға тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәй.

- Минең ҡарамаҡтағы биләмә Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре менән сиктәш, - ти полиция капитаны Илгиз Йыһанур улы. - Шуның өсөн дә мал урлау осраҡтары бик йыш булып торҙо. Һуңғы йылдарҙа етди профилактик эш алып барыу һөҙөмтәһендә был тәңгәлдәге енәйәт кәмене. Ләкин тынысланырға ярамай. Сөнки уның урынына башҡа енәйәттәр ҡалҡып сыға. Телефон аша мутлашыусылар арта. Күрмәгән, ишетмәгән кешегә тир түгеп тапҡан аҡсаһын еңел генә күсергән кешеләргә ғәжәпләнергә генә ҡала. Күптән түгел берәү бик ҙур суммала аҡсаһынан “ҡолаҡ ҡаҡты”. Белеүегеҙсә, ситтән тороп ҡылынған бындай енәйәттәрҙе асыҡлау ауырлыҡтар тыуҙыра. Күп осраҡта мөмкин дә түгел. Шуның өсөн дә ҡабатлап тағы берҙе әйтер инем: аҡсаға бәйле мәсьәләләрҙе телефон аша хәл итергә ашыҡмағыҙ.

Йылайыр ауыл хакимиәте биләмәһендә социаль яҡтан хәүефле һаналған 12 ғаилә, административ күҙәтеү аҫтында булған 15 граждан һәм ғаилә низағтары буйынса 6 кеше иҫәптә тора. Бынан тыш урлыҡ, кеше һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янаған осраҡтар ҙа булып тора. Уларҙың көнитмешен тәүлек әйләнәһенә контролдә тотоу тап участка уполномоченныйы иңенә төшә.

Илгиз Юнысбаев – хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ул Чечен Республикаһында ике тапҡыр командировкала булып ҡайта. Был уға тормошҡа икенсе күҙлек аша ҡарарға, донъялар тыныслығына һәм ғаилә именлегенә өҫтөнлөк бирергә кәрәклеген күрһәтә.

Өйҙә лә, илдә лә тыныслыҡ булһын
Өйҙә лә, илдә лә тыныслыҡ булһын
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: