Байрамдар, юбилейҙар
30 Октябрь 2022, 07:25

Атаһының юлын лайыҡлы дауам итә

Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының Баймаҡтағы филиалында водитель булып эшләүсе Фәнил Самарбаев та атаһы юлын һайлай. Ул да атаһы Йәмил Салих улы кеүек автобус водителе булып эшләй. 

Атаһының юлын лайыҡлы дауам итәАтаһының юлын лайыҡлы дауам итә
Атаһының юлын лайыҡлы дауам итә

Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының
Баймаҡтағы филиалында водитель булып эшләүсе Фәнил Самарбаев та атаһы юлын һайлай. Ул да атаһы Йәмил Салих улы кеүек автобус водителе булып эшләй. 

“Минең бала сағым Баймаҡ АТП-һының гаражында үтте. Атайым миңә шаяртып “капотта тыуған малай” тип әйтә торғайны”, – ти ул.

Ҡасандыр Баймаҡ АТП-һына слесарь булып эшкә төшкән Фәнил Йәмил улы хәҙер инде тәжрибәле водитель. Ул алыҫ рейстарға йөрөй. Тырыш хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. 

Барлыҡ водителдәрҙе һөнәри байрамдары – Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Һикәлтәһеҙ һәм уңышлы сәфәрҙәр юлдаш булһын!
Э.ХАРИСОВА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас