

Сәжидә Исхакова сығышы менән Бөрйән районының Тимер ауылынан. Атаһы Мәхмүтдин заманына күрә уҡымышлы дини кеше була, ауылдағы мәсеттә мулла булып хеҙмәт итә. Улар һалып сыҡҡан йорт Тимер ауылындағы иң матуры һәм иң ҙуры була. Әммә тиҙҙән тормош үҙгәрә. Репрессия осоро башланып китә. Тәүгеләрҙән булып уның атаһы ҡулға алына. Яңы хөкүмәт вәкилдәре улар йәшәгән йортто, уның менән бергә барлыҡ йыһаздарын да тартып ала. Урамда тороп ҡалған оло йәштәге инәй һәм йәш ҡатын менән ике бәләкәй ҡыҙ баланы кемдер йәлләп буш торған мунсаһына индерә.
...Тотҡонға эләккән Мәхмүтдин мулланың да хәле бик яҡшынан булмай. Көн дә тотҡондарҙың берәүен килеп алып китәләр ҙә, ҡәбер ҡаҙырға ҡушалар. Унан шул ҡәбергә үҙҙәрен ерләр булғандар. Шулай бер көн ҡарауылда торған элекке шәкерт уҡытыусыһын ҡасыра. “Мулла ағай, ҡасығыҙ. Тотолғандарға ҡаты яза бирелә. Шуға ла ҡайтып еткәнсе аяҡҡа баҫмағыҙ, тәгәрәп ҡайтығыҙ”, -- тип кәңәш бирә лә йоҙаҡтарҙы аса. Шуны ғына көткәндәй, Мәхмүтдин ҡайтыр яҡҡа юллана. Тик атлап түгел, шәкерте өйрәткәнсә тәгәрәп ҡайта ул. Ҡайта ла йәш кәләше Камила менән ике ҡыҙы Маһинур һәм Сажидәне, оло апаһы Гөлйыһанды ат арбаһына ултыртып юлға сыға. Ниндәйҙер бер мөғжизә менән һаҡлап ҡалған мөлкәтен дә тейәп алырға онотмай. Оҙаҡ баралар. Юлда бер-нисә тапҡыр туҡтап ял итеп, ашап та алалар. Бына ҡаршыла бер ауыл күренә. “Был – Кейәүеште булыр. Ҡышты бында сығырбыҙ. Ағас күп, тиҙ арала аласыҡ булһа ла әтмәләрбеҙ. Мин көтөүсе булып эшкә төшөрмөн, ә ҡыҙҙарым миңә ярҙам итер, тип уйлайым,” — тине Мәхмүтдин бер аҙ уйланып ултырғандан һуң. Бергәләшеп улар тиҙ арала бәләкәй генә аласыҡ ҡороп ултырталар. Ә мейесте талдан ишеп яһай. Янып китмәһен өсөн эсен балсыҡ менән һылап ҡуя. Үҙе һарыҡ көтөүен ала. Тормоштары бер аҙ яйға һалынған кеүек була. Алда йоҡоһоҙ төндәр, һалҡын буранлы ҡыш көтә.
-- Атайым һуңғы һулышына ҡәҙәр инанған диненә тоғро ҡалды. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә иң тәүҙә өй һалып индерә ине беҙҙе. Мин һәр саҡ атайым янында йөрөнөм. Ҡыҙ бала булһам да ағас эшенә лә оҫталығым булды. Сана һө йрәтеп, Ишей ауылына алып барып элекке тормоштан ҡалған байлыҡты картуфҡа алыштырып йөрөлдө. Бер шулай урмандан ҡайтып килгәндә бүреләрҙе күрҙем. Ҡурҡышымдан ҡатып ҡалдым. Үҙем ипләп кенә һанайым. 21 бүре нисектер мине урап үтте, яныма килмәне, -- тип был йылдарҙы бөгөнгө тыл ветераны хәтергә алып үтте.
Юлда үтә уның бала сағы. Бәләкәй генә булһа ла атаһының уң ҡулы була. Шулай, бер урмандан ҡайтҡанда әсәһе өйҙә булмай. “Мәрхүм булды әсәйең. Ерләп өлгөрҙөк”, -- ти инәһе. Был көндәрҙе юбиляр әле лә тыныс ҡына хәтерләй алмай.
Тиҙҙән, оҙаҡ ауырығандан һуң, атаһы ла үлеп ҡала. Етем ҡалған ҡыҙҙарҙы инәһе алып, Ҡаҡтуғай (Һаҡмар) ауылына күсеп килә. Был мәлдә ауылдың гөрләп торған сағы була. 12 йәшендә быҙау ҡарарға эшкә төшә. Әбей-һәбейҙәргә эйәреп башаҡ йыйырға ла йөрөй. Эшкә әрһеҙ була. Кейемдең юҡ сағы. Урамдан табып алған бәләкәй генә киҫәк туҡыманы ла ташламай. Аунап ятҡан тоҡтан бына тигән күлдәктәр ҙә тегеп кейә...
Хеҙмәт һәм тыл ветераны Сәжидә Исхакова бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Һәр килгән-киткән кешегә изгелектәр теләй, фатихаларын бирә. “Аллаһы тәғәлә ауырлыҡын да, сабырлығын да бирҙе. Беҙ күргәнде балалар, ейәндәр күрмәһен. Барына риза булып йәшәгеҙ”, -- ти ул.
Эльмира Кейекҡужина.