

18 октябрь - ҠАТЫН-ҠЫҘ БӘХЕТЕ көнө
2017 йылдан алып 18 октябрь көнө Бөтә Донъяла ҡатын-ҡыҙ бәхете көнө билдәләнә. Был көн мөхәббәт, һиллек, ҡыуаныс һәм гармония тантана итә.
Ә был байрамды уйлап сығарыу уйы бәхет буйынса эксперт булған Карин Рокинд башына инә. Тәү ҡарамаҡҡа яңғырап торған был байрамдың йәшерен мәғәнәһе лә бар: ул ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы депрессия эпидемияһына ҡаршы көрәшә. Тап ошо көндә ғаиләлә иҙелеп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ғорур баҫып, минең дә бәхеткә хаҡым бар, тип әйтергә тейеш.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Тап был көндө һеҙҙең янығыҙҙа булған ҡәҙерлеләрегеҙ - ул ирегеҙ булһынмы, атайығыҙмы, улығыҙмы әллә һөйгән йәрегеҙме - һеҙгә ихлас күңелдән гөлләмәләр бирһен, тип теләйек. Үҙебеҙ ҙә әсәйебеҙгә, өләсәйебеҙгә, ҡыҙҙарыбыҙға иғтибарлыҡ билдәһен күрһәтәйек!
Байрам менән бәхетле ҡатын-ҡыҙҙар!