+24 °С
Ямғыр


Йыл һайын октябрҙең тәүге йомаһында Бөтә донъяла йылмайыу көнө билдәләнә. Быйыл ул 7 октябргә тап килә.
Ә был байрамдың барлыҡҡа килеүендә Ер шары АҠШ-тың һәләтле рәссамы Харви Бэллуға рәхмәтле булырға тейеш. 1963 йылда америка страховкаһы компанияһы унан матур ғына логотип уйлап сығарыуын һорай. Ул оҙаҡ уйлап тормай йылмайликты тәҡдим итә. Компания логотиплы бейджиктар әҙерләп, хеҙмәткәрҙәренә таратып бирә. Бер нисә айҙан бындай йылмайған йөҙҙәрҙе бөтә ерҙә лә күренәи башлай. 1999 йылда тәүге тапҡыр "Бөтә донъя йылмайыусылар көнө билдәләнә бюашлай.
Йылмайығыҙ, дуҫтар, йылмайығыҙ! Йылмайған кеше генә проблемаларҙан өҫтөн була ала! Бәхетле булайыҡ!