+24 °С
Ямғыр


Бөгөн билдәле яҙыусы Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, шағирә, драматург, тәржемәсе, журналист, бик күп китаптар авторы Лилиә Һаҡмар бөгөн үҙенең ғүмер байрамын билдәләй. 60 йәшлек матур юбилейы уңайынан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы еткерәбеҙ.
Лилиә апай! Бөгөнгөләй ижад ҡомары һине ташлап китмәһен. Һәр саҡ тормоштан ҡәнәғәт булып, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеп йәшәргә лә йәшәргә яҙһын!
Лилиә Ҡәйепованың һуңғы арала рус теленә тәржемә ителгән "Королевство я сама" тип аталған яңы китабы сыҡты. Ошо уңайҙан да яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ!