Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор

Ҡорос та уларға баш эйә

Төн, ҡара томан, саң туҙаны һәм 1500 градус эҫелек! “Баймаҡ механика-ҡойоу” ЯСЙ-һының ҡойоу цехында бына шундай шарттарҙа эшләйҙәр. Сөнки улар – металл иретеп ҡойоусылар. Бындай һөнәрҙе бары тик ныҡлы характерлы, көслө һәм үҙ эшен яратҡандар ғына һайлайҙыр ул. Тимерҙе шундай юғары градус эҫелә иреткәндәрен, ут йылғаһын формаларға ҡойоуҙарын һәм уның менән эш иткәндәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтәм...

Төн, ҡара томан, саң туҙаны һәм 1500 градус эҫелек! “Баймаҡ механика-ҡойоу” ЯСЙ-һының ҡойоу цехында бына шундай шарттарҙа эшләйҙәр. Сөнки улар – металл иретеп ҡойоусылар. Бындай һөнәрҙе бары тик ныҡлы характерлы, көслө һәм үҙ эшен яратҡандар ғына һайлайҙыр ул.

Тимерҙе шундай юғары градус эҫелә иреткәндәрен, ут йылғаһын формаларға ҡойоуҙарын һәм уның менән эш иткәндәрен ҡыҙыҡһынып күҙәтәм. Металды тейешле химик составҡа еткереү өсөн яҡынса ике сәғәт ваҡыт талап ителә. Артабан ҡайнап торған тимер иретмәһен мискәгә ауҙарып, уны әҙер формаға ҡоялар. Бөтә процесты дөйөмләштереп, ябай ғына итеп яҙһам да, ҡайнап торған ут йылғаһы менән эш итеү бер ҙә генә еңелдән түгел. Бер мең ярым градус эҫелектә ҡайнап торған металды үҙҙәренә “буйһондороу” өсөн күпме түҙемлек, ныҡышмалылыҡ һәм көс талап ителгәнен улар үҙҙәре генә белә. Эдуард Вәлиев та шундайҙарҙың береһе. Ул заводҡа 2013 йылда килә. Ярты йыл ҡойоу цехында тәжрибәле остаздарынан оҫталыҡ серҙәренә төшөнә. Һуңынан имтихан биреп, разряд ала. Бөгөн Эдуард Рәүил улы үҙ эшенең оҫтаһы. Әйткәндәй, уның атаһы Рәүил Вәлиев та – заводсы. Ҡойоу цехында оҙайлы ваҡыт эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Улы ла атаһының эшен күреп, уның һөнәрен үҙ иткән.

- Эш еңелдән түгел, сыҙамлыҡ талап ителә, - тине Эдуард Вәлиев. - Бында бары тик көслө рухлылар ғына эшләй алалыр, тип уйлайым. Сөнки һәр кем шундай юғары температура аҫтында эшләй алмай.

Ҡоросто ла үҙҙәренә буйһондорған заводсыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһында Эдуард Вәлиев.

Ҡорос та уларға баш эйә
Ҡорос та уларға баш эйә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас