

Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтарҙың бергә ғаилә ҡороуына быйыл көҙ 50 йыл тула. Әлбиттә, алтын тауға үрләү еңелдән булмай: бер-береңә ҡул биреп, иң ҡуйып, терәк-таяныс булып яулайҙар улар бейеклекте. Ауырлығын да, шатлығын да бергә кисерәләр.
Дамира һәм Фәйзрахман Усмановтарҙың бергә ғаилә ҡороуына быйыл көҙ 50 йыл тула. Әлбиттә, алтын тауға үрләү еңелдән булмай: бер-береңә ҡул биреп, иң ҡуйып, терәк-таяныс булып яулайҙар улар бейеклекте. Ауырлығын да, шатлығын да бергә кисерәләр.
Алты балаға ғүмер биреп (иң оло улдары сабый сағында мүрхәм була), биш балаларын имен-һау үҫтереп, уҡытып, ғаиләле итеп, бөгөн 11 ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле өләсәй һәм ҡартатай булған Усмановтар ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй. Улай ғына ла түгел, уның киләсәге өсөн борсолалар, йәшәгән төйәктәренең гөл-баҡса булыуын теләйҙәр. Шуға ла йыл да, оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, яҙлы-көҙлө йылға, урман буйҙарын таҙалайҙар, мөмкин тиклем күберәк ағас ултыртырға тырышалар. Ишек алды, картуф баҡсаһы менән генә сикләнмәй, тау битләүен кәртәләп алып, шунда 400-ҙән ашыу ҡарағай, ҡайын, имән, муйыл, алмағас, груша, терн һәм башҡаһын ултыртҡандар. Уларҙы көн дә бағып, Һаҡмарҙан һыу ташып ҡойоп торалар. Һикһәненсе тиҫтәһен ҡыуалаған Фәйзразман Егетбай улының был инициативаһы оло маҡтауға лайыҡ.
—Тау битләүен уҙған йыл яҙ кәртәләнек. Ауылдашыбыҙ Рәфҡәт Уразбаев таҡта менән ярҙам итте, улдарым менән кәртәләнек. Былтыр көҙ ағас ултырта башлағайныҡ, быйыл яҙ йәнә өҫтәнек. Ямғыр яумаған мәлдәрҙә һыу ташып ҡоябыҙ. Миңә, оло кешегә, был нимәгә кәрәк икән, тип аптырайҙар. Мин киләсәк быуынды ҡайғыртам. Урманыбыҙҙы, һыуыбыҙҙы һаҡларға кәрәк. Йылғалар ҡоромаһын өсөн ерҙең дымлы булыуы шарт, ә бының өсөн дым тотҡан урманды ҡурсалау мөһим. Беҙ бала саҡта ауыл тәбиғәте шул тиклем матур ине. Йылдан-йыл йылғалар һайыға, ҡорой, ағастар ҡырҡыла, урман һирәгәйә. Тәбиғәткә ҡаршы барып булмай, ул да ҡартая, әммә беҙ уның таҙалығы өсөн үҙебеҙ яуаплы. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк. Ошо тауҙа ағастар шаулап үҫеп китһә, йәш быуын, моғайын, ҡыуаныр. Әле күрше ауыл Буранбай егете Нурфәиз Науширбанов биргән материалдар менән тауҙағы кәртәләүҙе киңәйтергә, тағы ла ағастар ултыртырға иҫәп бар. Был баҡсаға «Йәнтөйәк» тип исем ҡуштыҡ. Йәнтөйәкте йәмләп йәшәргә кәрәк,—ти Фәйзрахман Егетбай улы.
Ғаилә башлығының ҡатыны Дамира Дамулла ҡыҙы ирен һәр яҡлап хуплай. Ағас ултыртһа ла, һыу ҡойһа ла, йылға буйҙарын таҙалаһа ла янында ярҙамлаша.
Алтын туйҙарын изге эштәр менән ҡаршы алыусы матур парҙың матур ниәтенә ауылдаштары ла ихлас ҡушылһа ине. Ғаиләһе менән генә түгел, ҡылған ғәмәлдәре менән дә үрнәк алырлыҡ бит Усмановтар.
Эльмира Харисова.