Һаҡмар
+27 °С
Облачно
Антитеррор

Түңгәүерҙәр йыйынға әҙерләнә

25-26 июндә Әбйәлил районы Асҡар ауылында Түңгәүер ырыуы йыйыны уҙасаҡ һәм ул 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуға арнала.

25-26 июндә Әбйәлил районы Асҡар ауылында Түңгәүер ырыуы йыйыны уҙасаҡ һәм ул 1812 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыуға арнала, тип яҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте.

Программа бик бай ғына: 25 июндә Күҫәк Солтанғоловҡа һәйкәл асыласаҡ, һәм ошо уҡ көндө ғилми-ғәмәли конференция уҙасаҡ. 26 июндә иртәнге сәғәт 10-да Асҡар ауылы эргәһендәге Айғырбатҡан яланында һабантуй башлана. Унда театрлаштырылған тамаша, байрамды асыу тантанаһы, йәштәр форумы, тирмәләр конкурсы, милли уйындар, көрәш, «Бәйге» уйыны ҡаралған. Һуңынан - байрам концерты.

Фото: vk.com (БДБҠ төркөмөнән)

Түңгәүерҙәр йыйынға әҙерләнә
Түңгәүерҙәр йыйынға әҙерләнә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас