Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ китапханасыһы өсөн тауыш бирәйек!

Ҡәҙерле дуҫтар! 27 май – Китапханалар көнө уңайынан яңы конкурс иғлан итәбеҙ: бөгөндән башлап республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, дәртле, үҙ эшен ихлас яратҡан китапханасыларынан бер төркөм “Рухиәтебеҙ һаҡсыһы” исеме өсөн көрәшәсәк. Унда Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева ла ҡатнаша. Дәррәү генә яҡташыбыҙ өсөн тауыштар йыйып ебәрәйек әле. Конкурстың шарттары сайтта бирелә.

Ҡәҙерле дуҫтар! 27 май – Китапханалар көнө уңайынан яңы конкурс иғлан итәбеҙ: бөгөндән башлап республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, дәртле, үҙ эшен ихлас яратҡан китапханасыларынан бер төркөм “Рухиәтебеҙ һаҡсыһы” исеме өсөн көрәшәсәк.

❗Тауыш бирергә: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll628265abf9db..

Ҡәҙерле дуҫтар, еңеүсене билдәләү нәҡ һеҙгә тапшырыла. Бының өсөн:

✅"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылырға;
✅ошо яҙмаға лайк ҡуйып, диуарығыҙға репост яһарға;
✅лайыҡлы тип тапҡан китапханасы өсөн тауыш бирергә кәрәк.

🎁Конкурс 26 майға тиклем дауам итә. Шул көндә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған өс китапханасы асыҡланасаҡ. Улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, еңеүселәр милли баҫманың дипломы менән бүләкләнәсәк. Уңыштар! 🙌🏻

📌 Иҫкәрмә: еңеүсене билдәләгәндә “Башҡортостан” гәзите төркөмөнә (https://vk.com/gazetabashkortostan) яҙылғандарҙың тауышы ғына иҫәпкә алына.

Баймаҡ китапханасыһы өсөн тауыш бирәйек!
Баймаҡ китапханасыһы өсөн тауыш бирәйек!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: