Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
21 Апрель 2022, 09:25

Ҡәҙерле Альбина Фәрғәт ҡыҙы Мирзаянова!!! 

Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың иҫ киткес гүзәл, матур төбәгендә – Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле туғаныбыҙ, ихтирамлы һәм хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ Мирзаянова Альбина Фәрғәт ҡыҙын ихлас күңелдән һоҡланғыс, мәртәбәле 50 йәшлек ғүмер байрамы –алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ ҡоҙағыйыбыҙ!!! Һеҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең олоһон, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ. Киләсәгегеҙ ҡояш кеүек яҡты, күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын. Бөтә кешеләрҙе таң ҡалдырып, күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ, аҡыллы, матур тормошо менән йәшәгән төбәген биҙәп йәшәүсе Альбина Фәрғәт ҡыҙы һоҡланғыс, халыҡ ихтирамын яулаған, ихтирамлы кеше. Радик ҡоҙабыҙ Әҙеһәм улы менән бынамын тигән туптай Рәдиф, Дауыт исемле улдар, еләктәй Әлиә, Сөмбөл, Яҙгөл, Көнһылыу, Зарифа исемле матур ҡыҙҙар тәрбиәләп, һәр береһенә яҡшы тәрбиә, белем биреп, матур йәшәйҙәр. Аҡыллы, эшһөйәр, әҙәпле, кешелекле 7 балаға ғумер биреүсе һөйөклө әсәй, ихтирамлы өләсәй Альбина Фәрғәт ҡыҙы - “Әсәлек даны” миҙал-ордендары кавалеры. Уның түшен лайыҡлы хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлеге өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биҙәй. Балаларының икәүһе – Дауыт һәм Зарифа мәктәп йәшендә, Көнһылыу – Сибай педагогия колледжында уңышлы белем ала. Ә Әлиә, Сөмбөл, Рәдиф, Яҙгөл - һәр береһе махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алып, үҙ һөнәрҙәре буйынса маҡталып эшләп йөрөйҙәр. Әйткәндәй, Рәдиф хәрби хеҙмәтен юғары кимәлдә үтәп ҡайтты. Балалары һәр ваҡыт ҡыуандырып, уңыштары менән шатлыҡтары менән уртаҡлашып ҡына торалар. Улар араһында электрик, тәрбиәсе, уҡытыусы, технолог та бар. Бик тә бәхетле әсәй ҙә, өләсәй ҙә ул Альбина Фәрғәт ҡыҙы. Альбина Фәрғәт ҡыҙы Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлап, бик оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Ишей ауылы мәҙәниәт йортонда директор булып, алдынғылар рәтендә, хеҙмәтендә уңыш ҡаҙанып, бик матур эшләгән. Бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булып, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙана ул эшләгән... (дауамы сайтта)

Ҡәҙерле Альбина Фәрғәт ҡыҙы Мирзаянова!!!
Ҡәҙерле Альбина Фәрғәт ҡыҙы Мирзаянова!!! 

Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙың иҫ киткес гүзәл, матур төбәгендә – Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле туғаныбыҙ, ихтирамлы һәм хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ Мирзаянова Альбина Фәрғәт ҡыҙын ихлас күңелдән һоҡланғыс, мәртәбәле 50 йәшлек ғүмер байрамы –алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Ҡәҙерлебеҙ ҡоҙағыйыбыҙ!!! Һеҙгә һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең олоһон, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ. Киләсәгегеҙ ҡояш кеүек яҡты, күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын.

Бөтә кешеләрҙе таң ҡалдырып, күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ, аҡыллы, матур тормошо менән йәшәгән төбәген биҙәп йәшәүсе Альбина Фәрғәт ҡыҙы һоҡланғыс, халыҡ ихтирамын яулаған, ихтирамлы кеше. Радик ҡоҙабыҙ Әҙеһәм улы менән бынамын тигән туптай Рәдиф, Дауыт исемле улдар, еләктәй Әлиә, Сөмбөл, Яҙгөл, Көнһылыу, Зарифа исемле матур ҡыҙҙар тәрбиәләп, һәр береһенә яҡшы тәрбиә, белем биреп, матур йәшәйҙәр. Аҡыллы, эшһөйәр, әҙәпле, кешелекле 7 балаға ғумер биреүсе һөйөклө әсәй, ихтирамлы өләсәй Альбина Фәрғәт ҡыҙы - “Әсәлек даны” миҙал-ордендары кавалеры. Уның түшен лайыҡлы хеҙмәте һәм фиҙаҡәрлеге өсөн “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биҙәй.

Балаларының икәүһе – Дауыт һәм Зарифа мәктәп йәшендә, Көнһылыу – Сибай педагогия колледжында уңышлы белем ала. Ә Әлиә, Сөмбөл, Рәдиф, Яҙгөл - һәр береһе махсус һәм юғары уҡыу йорттарында белем алып, үҙ һөнәрҙәре буйынса маҡталып эшләп йөрөйҙәр. Әйткәндәй, Рәдиф хәрби хеҙмәтен юғары кимәлдә үтәп ҡайтты. Балалары һәр ваҡыт ҡыуандырып, уңыштары менән шатлыҡтары менән уртаҡлашып ҡына торалар. Улар араһында электрик, тәрбиәсе, уҡытыусы, технолог та бар. Бик тә бәхетле әсәй ҙә, өләсәй ҙә ул Альбина Фәрғәт ҡыҙы. Альбина Фәрғәт ҡыҙы Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлап, бик оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Ишей ауылы мәҙәниәт йортонда директор булып, алдынғылар рәтендә, хеҙмәтендә уңыш ҡаҙанып, бик матур эшләгән. Бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына эйә булып, хеҙмәттәштәре араһында ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙана ул эшләгән йылдарында.. 

Бөгөнгө көндә лә Баймаҡ ҡалаһында хеҙмәтендә ихтирам ҡаҙанып, тормош иптәше, бала-сағалары, ейәне Арслан, кейәүҙәре, туғандары, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, яҡындары, дуҫ-иштәре, райондаштары хөрмәтендә, туғандары солғанышында бик лайыҡлы, матур ғүмер итә. 

Оло ҡәйнәһен, йөҙйәшәр, Баймаҡ районының ин ихтирамлы кешеһе Йәнбикә Хәсәнова ҡоҙағыйыбыҙҙы шул тиклем хөрмәт итеп, ҡәҙерләп һуңғы көнөнә тиклем тәрбиәләп, ҡараны, уның рәхмәттәренә төрөндө. 

Альбина Фәрғәт ҡыҙына ҡәйнәһе бик риза булды.

Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер,сикһеҙ бәхет-шатлыҡтар, именлек, мул тормош теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай матур, көләс йөҙлө, ярҙамсыл, изге күңелле булып ҡалығыҙ. Һәр ваҡыт үҙегеҙҙе хөрмәт итеүсе ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, тоғро дуҫ-иштәрегеҙ менән шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп, балаларығыҙҙың изгелектәрен, бәхет-шатлыҡтарын күреп, бар нәмәнән йәм табып, тормош ваҡлыҡтарынан оло булып, Радик Әҙеһәм улы менән рәхәтлектә бергә-бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итергә яҙһын Һеҙгә. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуығыҙ Һеҙҙең йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла китмәһен. 

Ҡотло булһын Һеҙҙең юбилейығыҙ,

Тыуған көнөгөҙ - ғүмер байрамығыҙ. 

Ҡабул итегеҙ Һеҙ беҙҙән ҙур бүләкте - 

Изге теләктәрҙең бәйләмен. 

Беҙҙең теләк: сәләмәт булығыҙ! 

Һәр эшкә лә етһен көсөгөҙ. 

Бәхетле көндәр килтерһен 

Һәр тыуар таң Һеҙҙең өсөн. 

Ерҙә шишмә, күктә ҡоштар 

Һеҙгә атап йыр йырлаһын. 

Дуҫ-иштәрегеҙ, туғандарығыҙ 

Һеҙҙе һәр саҡ шулай ҙурлаһын. 

Фәрештәләр ҡунһын иңдәрегеҙгә, 

Тыуған көнөгөҙ менән ҡотларға. 

Кешелекле бит Һеҙ, изге йәнле,

Ярҙамсыл Һеҙ дуҫҡа, туғанға. 

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын 

Килә Һеҙгә бүләк итәһе. 

Донъялағы матур һүҙҙәрҙең 

Иң йылыһын килә әйтәһе. 

Ҡотлап Һеҙҙе тыуған көнөң менән, 

Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ. 

Ғүмерегеҙ оҙон булһын, шатлыҡ менән 

Гөрләп йәшәгеҙ матур йыр һымаҡ! 

Беҙҙең күңел һәр саҡ Һеҙгә 

Теләй бары изге теләк. 

Ер йөҙөндә Һеҙҙән башҡа 

Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк! 

Йәшәгән төбәгенең йәмәғәтселек эштәрендә лә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, матбуғат дуҫы ла ул. Шундай туғаныбыҙ, ҡоҙағыйыбыҙ булыуы менән беҙ ғорурланабыҙ. 

Ҡәҙерле Альбина Фәрғәт ҡыҙы Мирзаянова!!! 

Тормош матурлығына ҡыуанып, рәхәтлектә, Һаҡмар йылғаһындай оҙон ғумерле булып, ҡоростай һаулыҡлы, бәхетле булып, ғаиләң именлегендә , туғандарығыҙ,  яҡындарығыҙ менән бергә-бергә һәр саҡ татыу, матур ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. 

Гөл-сәскәләр үҫә ерҙе биҙәп, 

Хуш еҫ сәсеп, үҙенә ҡаратып. 

Йәшәгеҙ Һеҙ ҙә шулай ер йөҙөндә 

Тормош биҙәп,шатлыҡ таратып. 

Алтын иллегеҙ менән Һеҙҙе ҡотлап. 

Бик ҙур бишле Һеҙгә!!! 

Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ. 

Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә оҙон ғүмер, 

Йәшәгеҙ Һеҙ һәр саҡ матур яҙ һымаҡ!!! 

Донъялағы иң изге теләктәр менән: бөтә туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарығыҙ исеменән – Һеҙҙе яратып Бөрйән районынан ҡоҙағыйығыҙ Сәйҙә Сәйәхова, Иҫке  Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһенән ҡоҙа-ҡоҙасаларығыҙ Сәмәрә һәм Зинфир һәм уларҙың балалары, Ҡолғана ауылынан Венера ҡоҙасағыҙ һәм уның балалары.

Мәһәҙейҙән Ләлә һәм Баязит Сәйәховтар, Стәрлетамаҡ районынан Мөнирә һәм Рәшит Сәйәховтар ғаиләләре.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: