Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
12 Апрель 2022, 20:35

ЙЫҺАНҒА ЛА "ОСТОҠ" БЕҘ

Ишмырҙала матур байрам үтте. Тулыраҡ:

Ғаләмгә беренсе мәртәбә юл асҡан тарихи, легендар кешене - Юрий Гагаринды иҫкә алмаган кеше юҡтыр. Ишмырҙа ауылының мәҙәниәт йортонда балаларға "Йыһанға сәйәхәт" исемле күңелле сара үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре театрлаштырылған тамаша күрһәтте, китапханасы йыһан тураһында ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштырҙы һәм викторина ойошторҙо. Балалар ракета макетында ла "осто", Айҙа ла "йөрөнө"ләр, ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, һүрәттәр ҙә төшөрҙө.

Гүзәл Ғөбәйҙуллина.

ЙЫҺАНҒА ЛА "ОСТОҠ" БЕҘ
ЙЫҺАНҒА ЛА "ОСТОҠ" БЕҘ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: