+15 °С
Облачно


8 Март - әсәйҙәр, өләсәйҙәр, апайҙар, һеңлеләр, әхирәттәр йәнә лә: һөйгән йәрҙәр, берҙән-берҙәр, кәләштәр, килендәр, ҡайынбикәләр, ҡайынеңгәләр, бикәстәр, апһындарҙы берләштергән = ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР байрамы менән
*Ҡотлайым*!!!
Ҡатын-ҡыҙҙың яҙы
Ҡатын-ҡыҙҙың йөҙө - ЯҘың үҙе,
Бөгөн генә түгел, мәңгегә!
Ҡатын-ҡыҙ ул ярыш аты кеүек
Һәр саҡ әҙер тора бәйгегә.
Туҡталмағыҙ берүк, һылыуҡайҙар,
Ҡайғы, һағыш, әрнеү үҙәнендә,
Өмөт ҡыңғырауы зыңлап торһон
Ҡалыр булһаҡ Хәсрәт йүгәнендә.
Ҡатын-ҡыҙҙар бәхет өсөн тыуған,
Ләззәт татыр өсөн яралған,
Хыялында тик мөхәббәт уның,
Йәшәү һутын ала яҙҙарҙан!
Мәңгелекте тотор өсөн Хоҙай
Ҡатын-ҡыҙҙы Ерҙә Бар иткән!
Ҡатын-ҡыҙ ул - Тереклектең яҙы,
Тыуа Ҡояш, Айҙан, тарихтан...
(ЛҺаҡмар)