Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
27 Февраль 2022, 09:25

Иң-иңдәре билдәләнде

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ирле-ҡатынлы 33 пар хеҙмәткәр эшләй. 14 февраль – Ғашиҡтар көнө уңайы менән улар араһында конкурс иғлан ителгән ине. Конкурстың икенсе турына ярашлы, ошо көндәрҙә интернет тауыш биреү тамамланды һәм еңеүсе ғаиләләр билдәләнде. Шулай итеп, беренсе урынды... Тулыраҡ:

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында ирле-ҡатынлы 33 пар хеҙмәткәр эшләй. 14 февраль – Ғашиҡтар көнө уңайы менән улар араһында конкурс иғлан ителгән ине. Ошо көндәрҙә интернет тауыш биреү тамамланды һәм еңеүсе ғаиләләр билдәләнде. Шулай итеп, беренсе урынды Рәзилә һәм Айбулат Имамовтар яуланы. Гөлгенә менән Айрат Ишбирҙиндар – икенсе һәм Гүзәл менән Азат Дәүләтшиндар өсөнсө урындарҙы алды. Ееңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Конкурста ҡатнашыусы башҡа парҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.

Кеше һаулығы һәм ғүмере һағында торған аҡ халатлыларҙың барыһына ла ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Иң-иңдәре билдәләнде
Иң-иңдәре билдәләнде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: