Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар, юбилейҙар
25 Февраль 2022, 09:11

Тыуған көнөң менән, ветеран!

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Георгиевна Потапованың тыуған көнө. Ул 99 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Георгиевна Потапованың тыуған көнө. Ул 99 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй.

1936 йылда уның ғаиләһе Баймаҡҡа күсеп килә. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул Госбанктың урындағы бүлексәһенә эшкә килә. Һуңынан училищены тамамлай һәм дәртләнеп, ҡайтанан үҙ урынына эшкә ҡайта. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы уның яҙмышына ҡырҡа боролош яһай. Валентина Потапова 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Аэродромды хеҙмәтләндереүсе 100-сө батальонда хеҙмәт итә. Боеприпастар складын һаҡлай, окоп ҡаҙый, ашханала эшләй, штабта телефонист була. 1943 йылда радистар курсын тамамлағас, Валентина Георгиевнаны Литваның баш ҡалаһы – Вильнюсҡа ебәрәләр. Бында ул һуғыш бөткәнсе хеҙмәт итә. Бөйөк Еңеүҙе лә ошонда ҡаршылай.

Һуғыштан ҡайтҡас, ике йылдан һуң Михаил Потапов менән яҙмышын бәйләй. Улар дүрт балаға ғүмер бирә.

Валентина Георгиевна, тыуған көнөгөҙ менән! Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ алдында баш эйәбеҙ һәм тыныслыҡ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Һәр көн шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына алып килтерһен.  

                            

Тыуған көнөң менән, ветеран!
Тыуған көнөң менән, ветеран!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: